Яугир тыуған илен яҡларға ант итә һәм әле лә әйткән һүҙенә тоғро ҡалып, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Гарик” ҡушаматлы яҡташыбыҙ тыумышы менән Өфө ҡалаһынан. Баш ҡаланың 45-се мәктәбен тамамлағас, автомеханик белгеслеге буйынса белем ала. Егеткә хәрби кеше булыу оҡшай. Ул дуҫтарының Ватан өсөн хеҙмәт итеүенә, тыныслыҡ өсөн көрәшеүенә һәр саҡ һоҡлана. Армияға ҙур теләк менән бара. Һалдат Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер-сапер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
2014 йылда егеттең ғаиләһе Прибельский ауылына күсеп килә. Һәр кем кеүек ул да матур, яҡты, тыныс тормошта йорт төҙөү, өйләнеү, ул үҫтереү хыялы менән йәшәй. Махсус хәрби операцияға оҙатылғансы мебель фабрикаһында оператор булып эшләй. Өйләнгән. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр.
Тыуған илгә хәүеф янағанда иң беренселәрҙән булып ил һаҡсылары сафына баҫа.
2022 йылдың 25 октябренән махсус хәрби операцияла ҡатнаша, бурыстарын намыҫ менән үтәй. Әйткәндәй, ошо осорҙа күп балалы атайҙарҙы өлөшләтә мобилизация барышында хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан азат итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, бер айҙан һуң күп балалы атайҙарҙы алмаштырыусы ирекмәндәр кәрәк була. Һәм беҙҙең яҡташтарыбыҙ РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Ҡазанға хәрби әҙерлек үтергә юллана. Улар араһында “Гарик” ҡушаматлы яҡташыбыҙ ҙа була. Махсус хәрби операция биләмәһендә 428-се мотоуҡсылар полкында өлкән уҡсы булып хеҙмәтен башлай.
Контрактҡа ҡул ҡуйыу тураһында хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһе һәм туғандары хәрби әҙерлек үтергә китер алдынан ғына белгән.
- Туғандарым минең ҡарарымды аңлап ҡабул иттеләр. Бының өсөн уларға рәхмәтлемен.
Армияла хәрби ант ҡабул иткәндә дәүләткә тоғро булырға һәм Ватанымды һаҡларға әҙер булырға вәғәҙә бирҙем. Илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән ситтә ҡала алманым, мин дә барырға теләк белдерҙем. Был – минең бурысым, - ти ул.
Һуғыштың башынан алып төрлө алыштарҙа ҡатнаша, күп тапҡыр ҡыйыулыҡ күрһәтә. Экстремаль шарттарҙа үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып яуҙаштарын ҡотҡарыуҙа күрһәткән батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өсөн “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы ла тапшырыла. Бынан тыш, яугир “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “428-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткәне өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән наградлана.
Яугирҙең ҡаты алыштарҙың береһендә алған яралары әле лә үҙен һиҙҙертә. Шуға күрә “Гарик” әлеге ваҡытта Санкт-Петербург ҡалаһының Киров исемендәге Хәрби медицина академияһында реабилитация үтә.
Хеҙмәтенә яуаплы ҡараған, тырыш яҡташыбыҙ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул райондың атайҙар советы ағзаһы булып тора.
- Үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү – бөгөнгө көндә мөһим проблемаларҙың береһе. Шуға күрә киләсәк быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса эш алып барабыҙ. Мәктәп уҡыусылары менән илһөйәрлек, командалыҡ рухы, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойошторабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараһы күрһәтәбеҙ, балалар менән яугирҙәрҙең өйҙәренә барып өмәләр үткәрәбеҙ. Күптән түгел “Ватанды һаҡлаусылар” хәрби-патриотик конкурста ҡатнаштыҡ, - ти яугир.
Яҡташыбыҙға рух ныҡлығы, тиҙерәк һауығып ҡайтыуын теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.