48-се башҡорт лицейы директоры Оксана Нурғәле ҡыҙы Мөхәмәтйәнова заманыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы етәкселәренең береһе. “Һеҙгә уҡырға килергә теләйбеҙ!” – тиҙәр ҡайнап торған мәктәп тормошон социаль селтәрҙәрҙән күҙәткәндәр. Был мәктәпкә килеп инеү менән “Һаумыһығыҙ!” тигән яғымлы сәләмләү ишетәһең. Ә уның эсенә үтеп, сараларының асылына төшөнә башлағас, был төптән уйланылған, эҙмә-эҙлекле тәрбиә һөҙөмтәһе икәненә төшөнәһең.
Тәүәккәллек уға хас сифат
Хеҙмәт юлын телевидениенан башлай Оксана Нурғәле ҡыҙы. Үҙе Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлаһа ла, “Гәлсәр һандуғас” продюсер үҙәгенә килә. Тормошҡа сыҡҡас, Иҫке Турбаслы ауылына химия уҡытыусыһы булып күсә. Бер йылдан уны мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләйҙәр. Хужалыҡ эштәрен хәл итеү өсөн юлы йыш ҡына баш ҡалаға төшә. Ваҡыт етмәү сәбәпле, уҡытыусылыҡтан баш тартып торорға тура килә. Шулай итеп, 27 йәштән етәкселек йөгөн тарта ул. Баш ҡаланың Орджоникидзе районына ҡараған “Дебют” лицейына директор булып барырға тәҡдим итәләр. “Индиго”ла –социаль-педагогия, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се интернат гимназияла тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән һылыу 48-се лицейға директор булып килгәнсе етәксе тәжрибәһен туплап өлгөрә. Шуға ла бында тәғәйенләнгәс, тәүәккәл эшкә тотона. Барыһын да алдан күҙаллап, уйлап эшләргә, янында көслө команда булырлыҡ һөнәрҙәштәр тупларға, уларҙың аҡылына, зирәклегенә таянырға күнеккән ул.
Ғаилә – көслө ҡеүәт
Ниндәй ауыр йөкләмәләр алһа ла, ул ғаиләһенең ярҙамын, таяндырыр көсөн тоя. Тормош иптәше Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы егете Шәһит Миҙхәт улы Мифтахитдинов М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған. Әле “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡара. Улдары Батырйәнгә – 17, ҡыҙҙары Йәмиләгә –11, кинйәләре Маликка 6 йәш. Ике улы ла хоккей менән етди шөғөлләнә, спорт мәктәбендә уҡыйҙар.
Ваҡытын бушҡа үткәрергә яратмай Оксана Нурғәле ҡыҙы. Уның кеүек дәртле, сәмле ҡатынды өйҙә генә ултыртып ҡуйып та булмайҙыр ул. Ғәрип балалар баҡҡан әсәләргә оҫталыҡ дәрестәре менән “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” инвалидтар форумында ҡатнашһынмы, ҡатын-ҡыҙҙың милли биҙәүестәре – һаҡалдар эшләп, яҡындарына бүләк итһенме – Оксана уңышҡа өлгәшергә, үҙ эшенән ҡәнәғәтлек алырға күнеккән. Уға ҡул эштәре менән булашыу оҡшай. Ҡыҙҙарға брошкалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Һеңлеһе Румия Ырыҫмөхәмәтова “Башҡорт ҡыҙы” биҙәүесен уйлап таба. “Ваҡытында уға үҙем һаҡал эшләргә өйрәткәйнем”, – ти Оксана.
Лицейҙың милли йөҙө
Директор Мөхәмәтйәнова лицей һылыуҙары өсөн “Заман ҡыҙы” бәйгеһен уйлап тапҡан. Бында уҡыусылар бейеү, бизнес-проекттар төҙөү, ҡул эштәре оҫталығы һәм башҡа һәләттәре буйынса ярыша.
Төбәк-ара “Заман” медиафорумын да Оксана үҙе уйлап тапҡан һәм йылдан-йыл уның даны һәм ҡатнашыусылары арта бара. Дүрт йыл дауамында дүртенсе тапҡыр уҙғарылған был сара башҡа ошондай белем усаҡтары араһында лицейҙың ҡабатланмаҫ йөҙөн билдәләй. Тап медиапроект, медиа өлкәһендә белемле булыу, уңышлы эшләү балаларҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, уларҙы әүҙемләштерә, тигән инаныу ошо сараны атҡарып сығырға көс бирә. Баланың үҙ-үҙенә бикләнмәй, кешеләргә асыҡ, алсаҡ булыуы мөһим тип һанай ул. Үҙе хыялланған медиаүҙәк асҡас, иң тәүҙә уҡыусыларға фото төшөрөү, режиссерлыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә башлаған.
– Үҙем дә улар менән тәжрибә туплайым, белгәндәремде өйрәтәм. Киләсәктә улар барыһы ла блогер булып китер тигәнде аңлатмай. Ҡайҙа эшләһәләр ҙә улар аралашырға, сығыш яһарға өйрәнергә тейеш, – тип һанай Оксана. –Медиаүҙәктә шөғөлләнгән балалар яҡшы өлгәшә, тиҫтерҙәре менән ихласыраҡ аралаша башлауын күҙәтәм. Форумды ике тапҡыр республика кимәлендә үткәргәндән һуң, уның сиктәрен киңәйтергә – сит өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар саҡырырға ҡарар иттек.
Былтыр Ҡоншаҡтан яҡташтары ҡатнашыуына һөйөнөп бөтә алмай ул. Силәбенән, Мәскәүҙән онлайн форматта ҡушылыуҙары ла форумға булған ҡыҙыҡһыныу хаҡында һөйләй. Быйыл килергә теләүселәр тағы ла күберәк булыр, тип күҙаллай ул. Төрлө спикерҙар саҡырылыуы форумдың бәҫен күтәрә. Килгән ҡунаҡтар үҙ тәжрибәләре менән ихлас бүлешә. “Педагогтың шәхси бренды” тигән “Түңәрәк өҫтәл”гә Рәсәй Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолованың килеүе проекттың бәҫен бермә-бер арттыра. Быйыл “Заман етәксеһенең шәхси бренды” тигән темаға һөйләшеү ойоштороу күҙаллана. Форумға килгән балалар фотозоналар, баннерҙар менән ихлас файҙаланып, сюжеттар төшөрә, интервьюлар ала. Былтыр форумға блогер Рөстәм Нәбиевте саҡырғандар. Балалар уны тыңлап илһамланған, уға һорауҙар биргән.
–Форумды үткәреү маҡсаты – башҡорт телендә контентты байытыу, тыуған телдә ижад итергә дәртләндереү, – ти медиапроект етәксеһе. Былтыр уҡыусылар башҡорт теле әһәмиәте хаҡында видеороликтар бәйгеһендә ихлас ҡатнашҡан.
Ҡатай ҡыҙы
Оксана үҙе өс балалы ғаиләлә уртансы булып буй еткергән. “Беҫтеке”, “һеҫтеке” тигән диалектта һөйләшкән ҡатай ырыуының Ҡоншаҡ районы Ҡаҙаҡбай ауылы ҡыҙы ул.
–Атайым К-700 йөрөттө. Баржа түгергә киткәнендә лә мине үҙе менән ала ине. Тәҙрәһе асыҡ, был бала унан осоп ҡалыр тип нисек ҡурҡмағандыр, –тип йылмая Оксана. Зәңгәр күҙле, һары бөҙрә сәсле ҡыҙыҡайҙы һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр. Атаһы Нурғәле Ғәлим улы фермер булып китә. Комбайн йөрөтә. Мөхәмәтйәновтарҙың хужалығы ла ҙур була. Футбол яратҡан ҡыҙҙы дүрт һыйырҙы һауып, һөтөн айыртмайынса, сепаратын йыумайынса, һеңлеһен йоҡлатмайынса урамға уйнарға сығармайҙар.
–Иҫемдә, бер ваҡыт ямғыр яуҙы ла уйһыуҙар һыу менән тулды. Шуға ҡарамайынса, рәхәтләнеп, бирелеп китеп туп типкәнебеҙҙе әле лә һағынып иҫкә алам, – ти Оксана.
Уға командалағы берҙәмлек оҡшай. Шуға, ҡайҙа ғына эшләмәһен, яҡшы коллектив туплап алырға ғәҙәтләнгән. “Ғаиләмә лә команда тип ҡарайым. Атайым аҙ һүҙле ине. Инәйем йыш ҡына “Атайың рөхсәт итһә...” тиергә яратты. Һуңғы һүҙҙе лә ул әйтә ине”, – ти Оксана.
Әсәһе Шәүғәнә Вәкил ҡыҙы иҫ киткес уңған кеше. Балаларын үҙе кеүек бөтмөр итеп үҫтерә. “Бәләкәйҙән емеш-еләк, бәшмәк йыйып баҙарға сығара инек. Шуға бер ҡасан да беҙ аҡсаһыҙ ултырмаҫбыҙ. Эшләп алырға күнеккәнбеҙ”, – ти Оксана. Студент сағында баҙарға барып эремсек һатҡанын әле һаман көлөмһөрәп хәтерләй ул. Эштән, сауҙа итеүҙән оялырға ярамай, тип һанай.
Әсәһенең иманға ынтылыуы, намаҙға баҫыуы Оксанаға ла рухын нығытырға этәргес бирә. 11 ейән-ейәнсәрле олатай-өләсәй булып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә әлеге көндә ҡәҙерлеләре.
Мөһим бурыс – лайыҡлы алмаш тәрбиәләү
“Һәр кем донъялағы тәғәйенләнеше хаҡында уйлана. Йәш быуынды тәрбиәләү – әлеге ваҡыттағы маҡсатым, бөтә ынтылышым да шул. Беҙҙе лайыҡлы алмаш – лидерҙар итеп тәрбиәләгән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен”, –ти Оксана Нурғәле ҡыҙы. Йәш педагогтар өсөн остаз да ул.
48-селәр йыл да лицей исеменән Грант яҙалар һәм уны отоуға өлгәшәләр. “Бер юлы һигеҙ грант яҙабыҙ. Шуның берәүһе еңһә лә, ҙур еңеү. Грант – ул команда эше. Ынтылышыбыҙ һәм теләгебеҙ ҙур ине. Беҙ уны яулап алдыҡ”, – ти директор.
Оксана тормошто ҡатмарлаштырмай, күбеһен үткәреп ебәрергә күнеккән. Был еңел түгел, әммә ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡала торғандарҙан түгел ул. “Ижадкәр, тормош һынауҙарына бирешмәҫ балалар тәрбиәләү өсөн ижади ҡарарға кәрәк”, – ти ул.
Лицейҙың юбилейына әҙерлекте Оксана Мөхәмәтйәнова етәкселегендәге уҡытыусылар коллективы алдан башлай һәм был бурыс лайыҡлы атҡарылып сыға – 25 йыллыҡ киң билдәләнелә. Шайморатов кластары асыла. 2024 йылдың декабрендә лицейға Ноғман Мусин исеме бирелеү хаҡында ҡарар сығарылыуы ҙур һөйөнөс булараҡ ҡабул ителә.
48-сенең үҙендә автомәктәп булдырылыуы отошло. Унда юғары класс уҡыусылары бушлай белем алыу хоҡуғынан ихлас файҙалана.
–Милли мәктәптә этнокиңлек булырға тейеш. Балаларҙы тормош һынауҙарына әҙер, илһөйәр, телһөйәр итеп, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һеңдереп үҫтереү – төп бурысыбыҙ, – ти директор.
Ғаилә тәрбиәһе лә мөһим әһәмиәткә эйә икәнлеген әйтә Оксана ханым. “Өйҙә туған телдә аралашыу, ялдарҙы бергә үткәреү, күмәкләшеп хоккей ҡарарға йөрөү – ғаиләне берләштерә”, – ти ул. Рухлы, алдынғы ҡарашлы башҡорт һылыуы етәкләгән лицейҙа киләсәгебеҙ тәрбиәләнә. Өмөттәр аҡланһын!
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Фотола: Оксана Мөхмәтйәнова.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите