Аяныс хәл 23 февралдә Ставрополь крайында була. Хужаһыҙ эттәр 9 йәшлек ҡыҙҙы талап үлтерә.
Дәүләт Думаһы кисә пленар ултырышта ошо мәсьәләне ҡараны. Парламент Рәйесе Вячеслав Володин Ғаиләне яҡлау, атайлыҡ, әсәйлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комитетҡа, башҡа профилле комитеттар менән бергә, балаларҙы берәҙәк эттәр һөжүменән яҡлау мөмкинлеге бирәсәк нормаларҙы әҙерләргә ҡушты.
Былтыр берәҙәк эттәр 237 мең кешене тешләгән. Әлеге ҡанундар базаһы кешеләрҙе яҡламай, ти Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Бийсолтан Хәмзаев.
«Әйҙәгеҙ, тәртип урынлаштырайыҡ һәм профилле комитетҡа тапшырайыҡ – улар был мәсьәләне объектив ҡараясаҡ, төбәктәр ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге алһын өсөн закон проектын мөмкин тиклем тиҙерәк индерегеҙ. Бала ғүмере барыһынан да ҡиммәт. Һеҙ үҙегеҙҙе балаларын эт талап үлтергән атай-әсәйҙәр урынына ҡуйып ҡарағыҙ. Беҙ яуаплылыҡты аңларға тейешбеҙ», – тип хәбәр итте Вячеслав Володин.