Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ультратауыш аппараты алынды.
“Сирҙе уңышлы дауалау өсөн ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйыу мөһим. Шуға күрә дауахана заманса һәм юғары теүәллектәге, диагностиканы тиҙләтеүсе һәм аҙаҡ пациенттарға юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек биреүсе ҡорамалдар менән йыһазландырыла”, – тине дауахананың баш табибы Феликс Сакаев.
Күсмә диагностика аппараты киң мөмкинлектәргә эйә һәм ҡан тамырҙары, кардиология һәм башҡа тикшеренеүҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ ул педиатрия, неонатология, акушерлыҡ һәм гинекологияла ҡулланыла. Аппарат сенсорлы идара итеү панеле менән йыһазландырылған.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: https://vk.com/wall-35237072_70491?ysclid=m7gfo37gyr971214481