Танһыҡҡа – тары, тип һирәк-һаяҡ бешерә инеләр был бутҡаны. Бик ашарға яратмағанғалыр, бәлки. Баш өсөн файҙалы, тип ашатырға тырыша торғайны әсәйем. Ә башҡа яҡтан шифаһын белделәрме икән?
Хәҙер белеүебеҙсә, тары – иң файҙалы ярмаларҙың береһе.
Тары йөрәк өйәнәген иҫкәртә, стенокардияны дауалай.
Ҡулланыу
Өс ҡалаҡ тарыны табала ҡыҙҙырығыҙ, әммә ул һары төҫөн юғалтмаҫҡа тейеш. Ярмаға 130 мл һыу өҫтәп, ул парға әйләнеп бөткәнсе болғап тороғоҙ. Килеп сыҡҡан бутҡаны өс-дүрт өлөшкә бүлеп, көн дауамында ашағыҙ. Дауаланыу курсы – бер айға тиклем.
Шулай уҡ тары юғары ҡан баҫымын, геморройҙы дауалау сифатына эйә. Бының өсөн тарынан әҙерләнгән ризыҡтарҙы аҙнаһына кәм тигәндә өс тапҡыр ашарға кәңәш ителә.
Ғәҙәттә, ябығырға теләүселәргә ҡарабойҙай бутҡаһын тәҡдим итәләр, ә бына тарының калорияһы ҡарабойҙайҙайҙыҡынан кәмерәк булыуын күптәр белмәйҙер ҙә әле.
Шулай уҡ тары ашҡаҙандың әселеген баҫа. Әгәр һеҙ үҙәк көйөүҙән ыҙалаһағыҙ, дарыу төймәһе урынына ике сәй ҡалағы йыуылған тары ярмаһы (сей килеш) ашап ҡарағыҙ. Күптәргә ярҙам итә.
Тик уны ҡалҡан биҙенә бәйле проблемаһы булған кешеләргә даими ҡулланырға кәңәш ителмәй, сөнки уның организмда йод алмашыныу процесына кире тәьҫир итеү ихтималлығы бар.
Тағы ла тарынан яһалған төнәтмә бөйөрҙәрҙе таҙарта, ҡатын-ҡыҙ сирҙәре, циститты дауалай.
Ҡулланыу
Бер стакан тарыны йылы һыуҙа йыуғас, өс литрлыҡ банкаға һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Өҫтөн ҡаплап бүлмә температураһында төнәтәбеҙ. Икенсе көнөнә уның һыуы ағара. Шуны тәүҙә әҙләп, аҙаҡ яртышар стаканлап эсеп дауаланабыҙ. Тарының тәме бөткәнсе һыу ҡойоп төнәтеп эсергә була.
Йә булмаһа ярты стакан тарыны йыуып, бер литр һыуҙа 7 минут ҡайнатабыҙ. Әҙерәк һыуынғас, һыуын күпме бара шул саҡлы эсеп дауаланабыҙ. Тарының бутҡаһы ла, бүтән төрлө ашта ла бик файҙалы.
Тары бутҡаһы менән мүк еләге икеһе бергә бөйөрҙәрҙе ныҡ таҙарта, юғары ҡан баҫымын төшөрә, һөйәк туҡымаларын нығыта. Был бутҡаны майһыҙ, тоҙһоҙ ашау һөҙөмтәле.
Был мәҡәлә таныштырыу маҡсатында бирелә. Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Автор:Аклима Гизатуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите