Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
21 Февраль 2025, 15:10

Тайып ҡолағанда

 Юлдар, тротуарҙар тайғаҡ булғанда ҡолап йәрәхәтләнеү хәүефе көсәйә.

Тайып ҡолағандаТайып ҡолағанда
Тайып ҡолағанда

 Юлдар, тротуарҙар тайғаҡ булғанда ҡолап йәрәхәтләнеү хәүефе көсәйә.

Ҡолап аяҡ-ҡулдарҙы ауырттырыу, башты йәрәхәтләү ҡурҡынысы бар. Баштың бәрелеүе шуныһы менән хәүефле:  ул туранан-тура  баш мейеһенә йоғонто яһауы ихтимал. Ваҡытында һәм дөрөҫ күрһәтелгән ярҙам насар эҙемтәләрҙән һаҡлаясаҡ.

Әгәр ҙә кеше  башы менән  бәрелгәндә, ҡан булмаһа,   ауыртҡан урынға боҙ йә  боҙло һыуға манып алынған туҡыма менән баҫырға кәрәк. Был шешеп сығыуҙан һаҡлаясаҡ.  Әлеге процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға мөмкин, әммә   боҙҙо 15 минуттан артыҡ тоторға ярамай.

Әгәр ҙә яра ҡанһырап торһа,  уны тәүҙә  таҙа һыу менән йыуырға. Һуңынан өҫтөнә марля ябып, ҡанын туҡтатырға. Әгәр ҙә  салфетка аша ҡаны  һарҡып сығып, һаман туҡтамай икән,  уның өҫтөнә тағы берәүҙе ябып,  ҡул менән баҫып торорға.

Ә инде  баш мейеһе һелкенеүенең билдәләре булһа йәки ҡанды 10 минут буйы туҡтатып булмаһа, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, табиптар килеүен көтөргә кәрәк.

Әгәр ҙә ауыр йәрәхәткә йә  умыртҡа бағанаһының зыян күреүенә шик булһа,  кешене урынынан ҡуҙғатыу тыйыла.  Өсәүләп кәүҙәһен, муйынын, башын  төҙ килеш тотоп ҡына бер яҡ ҡабырғаһына әйләндереп һалырға мөмкин. Табиптар килгәнсе, зыян күреүсенең  аңын юғалтмауын күҙәтеп торорға.  Айырыуса йәрәхәтләнгән  баланың хәлен  иғтибарҙан ысҡындырырға ярамай. Йоҡлап китһә, уятып торорға.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас