Башҡортостандың бала табыу йорттарында 2024 йылда 31 028 сабый донъяға килгән. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенә таянып “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, иң йәш әсә – 14 йәшлек ҡыҙ, ә иң ҡарты – республиканан 52 йәшлек ҡатын булған. Сабыйҙарҙың күбеһе Өфөлә тыуған – 9679 сабый, икенсе урында – Стәрлетамаҡ (2149 сабый), өсөнсө урында – Нефтекама (1371 бала).
“490 грамм ауырлыҡтағы иң бәләкәй сабый ваҡытынан алда республика клиник перинаталь үҙәгендә тыуған, шунда уҡ 5330 грамм ауырлыҡтағы иң ҙур сабый ҙа донъяға килгән”, - тип һөйләгәндәр мәғлүмәт агентлығына министрлыҡта.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.