Хеҙмәт ҡануниәте хеҙмәткәрҙәрҙең минималь эш хаҡынан кәмерәк күләмдә эш хаҡының бер өлөшө булараҡ оклад (тариф ставкалары) билдәләй ала.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, оклад - эш хаҡының минималь суммаһы. Хеҙмәт хаҡы окладты, төрлө өҫтәмәләрҙе, премияларҙы үҙ эсенә ала. Эш хаҡының күләме төрлө айҙарҙа үҙгәреүе ихтимал, әммә оклад бер төрлө буласаҡ. Закон нигеҙендә тулыһынса эшләгән ай өсөн эш хаҡы иң аҙ эш хаҡының күләменән кәм була алмай.
Билдәләп үтергә кәрәк, 2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 22 440 һумға тиклем (2024 йыл менән сағыштырғанда 16,6%) арттырылды, шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме Урал коэффициенты иҫәбенә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 15% юғарыраҡ һәм 25 806 һум тәшкил итә.
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Шоңҡар журналы