Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Февраль 2025, 11:16

Өс улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан

Әсәйҙең сабырлығына һәйкәл ҡуйырлыҡ      

Өс улын махсус хәрби операцияға оҙатҡанӨс улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан
Өс улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан

Туймазы районының Бишҡурай ауылы мәҙәниәт йортонда осрашыуҙа сабыр ғына, мөләйем йөҙлө ханыма иғтибар иттем. Күп балалы әсәй Фәнилә Шәрипова булып сыҡты ул. Тормош иптәше мәрхүм булған. Дүрт ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Өс  улы  һәм бер кейәүенең бөгөн махсус хәрби операцияла булыуын һөйләне Фәнилә ханым. Өс улының береһе мобилизация менән юлланған, икәүһе контракт төҙөп киткән. Тәүгеһен 2022 йылдың сентябрендә   бөтә ауыл менән хөрмәтләп оҙаталар. 2023 йылда икенсе улы ағаһына ҡарап үҙ теләге менән китә. Былтыр декабрҙә өсөнсө улын да яуға оҙата Фәнилә Ғилметдин ҡыҙы.

Бөгөнгө көндә бер улы яраланып госпиталдә ятҡандан һуң әле өйҙә дауаланыу ала, икенсе улы ялға ҡайтырға тора икән. Улдары өсөн ғорурлыҡ та, хафаланыу ҙа тойола  әсәнең күҙҙәрендә.

–Ярҙам һорамаһам да, ауылдаштарым хөрмәтләп тора. Былтыр утын килтерҙеләр. Улым госпиталдә ятҡанда мәҙәниәт йортоноң ансамбль ҡыҙҙары юлға аҡса менән ярҙам итте. Улымды барып күреп ҡайттым. Концерттарға ла саҡыралар. Күптән түгел улдары махсус хәрби операциялағы  әсәйҙәрҙе клубҡа йыйып, улар хөрмәтенә концерт ҡуйҙылар, сәй өҫтәле ойошторҙолар, улдарыбыҙҙы һаҡлап йөрөтһөн өсөн бетеү эшләнек. Әлбиттә, ошондай иғтибар, йылылыҡ тойғанда күңелдәге ауыр уйҙар тарала, – тип һөйләне  ул.

Ауылдаштарынан да Фәнилә Шәрипова тураһында тик ыңғай фекер ишеттек.

–Ҡыйын булһа ла, һиҙҙермәй. Кешеләргә бик изгелекле ул Фәнилә Ғилметдин ҡыҙы. Уны бик хөрмәт итәбеҙ, хәлдәрен белешеп торабыҙ, – тине ауылдаштары.

Улдары иҫән-имен ҡайтып, киләсәктә  балаларының изгелегендә ғүмер итергә яҙһын ҙур йөрәкле әсәйгә.

 Автор фотоһы.

Туймазы районы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас