Төн ҡараңғылығын ярып, еңел машина Өфөгә табан елдереүен дауам итте. Машина йөрөтөүсе егет тыныс ҡына музыка тыңлап бара, күҙҙәрен юлдан алмай. Янында дуҫы ултыра, уныһы машинаға инеү менән йоҡлап китте. Беҙ – артҡы креслолағы пассажирҙар икәү: мин һәм олораҡ йәштәрҙәге Ишбулат ағай. Күршем телгә оҫта булып сыҡты. Ултырыу менән танышып алды, ҡайһы яҡтан, кем булып эшләүем, атай-әсәйемдең кем булыуҙары тураһында белеште, үҙе менән яҡшылап таныштырҙы. Мин, командировкаға сыҡҡан кеше булараҡ, креслоға һөйәнеп юлды йоҡлап үткәреү уйымды онотоп, әңгәмәсемде тыңланым.
Ишбулат ағай тағы ла телгә килде:
– Ҡустым, дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙ яҙмышымдан ҡасып барған кеше инде, – тине ҡапыл ғына.
– Нисек улай? – аңламай һораным...
– Ҡатын-ҡыҙ менән ир-егеттең хоҡуғын тигеҙләнеләр ҙә, көслө зат көсһөҙ ҡалды. Икенсе төрлө әйткәндә, матриархат, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙ донъя көтә, аҡса таба, өй төҙөй, машина йөрөтә. Ҡыҫҡаһы, ирҙәр башҡара торған бар эште лә үтәй ала гүзәл зат... Ә ирҙәр ҡатынының ауыҙынан сыҡҡан фармандарҙы көтөп йәшәй. Кем ғәйепле?
Мин албырғап, ҡапыл ғына яуап бирә алмай, тынып ҡалдым, Ишбулат ағай үҙ һорауына үҙе яуап бирҙе:
– Әлбиттә, ир. Ниңә аҡса тапмай, ниңә эшләмәй? Тик ҡатын да ғәйепле. Ни өсөн наҙлы зат булып ҡалырға теләмәй, иренә, балаға ҡараған кеүек ҡарап, уның яуаплылыҡ тойғоһон бөтөрә?
Мин, үҙ тормош тәжрибәмдән сығып, яуап табырға маташтым. Ә ағай һөйләүен дауам итте:
– Ҡустым, һин – йәш кеше өсөн, мин һөйләгәндәр фәһем булыр. Иң мөһиме – өйөңдә яҡшы хужа була бел, балаларыңа ғаилә ҡиммәттәрен ваҡытында төшөндөр, халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән тәрбиә нигеҙҙәрен өйрәт.
Мин, үҙемдән күпкә оло булған ағайҙы аңлауымды күрһәтеп, баш ҡаҡтым, сөнки әле һаман да нимә тип яуап бирергә белмәй инем.
– Мин дә бит ваҡытында, әле яңы ғына ғаилә ҡорған саҡта, уйҙарым-хыялдарым менән барыһы ла яҡшы буласағына ышанып йәшәй инем. Улыбыҙға – биш, ә ҡыҙыбыҙға өс йәштәр сағында барыһы ла башланды һымаҡ. Тик әле ул ваҡытта ғаиләбеҙ упҡынға ҡарай юл алыуын һиҙмәгәнмен дә, аңламағанмын да. Бары ир – ҡатын мөнәсәбәттәре кризисы, балалар менән мәшәҡәттәр, эмоциялар тулҡынында бәргеләнәм һымаҡ ҡына инем.
Ишбулат ағай, ғүмер юлдарын аҡтарып, ауыр тойғоларынан бушанырға теләгәндәй, һөйләүен дауам итте. Ә мин тимер аттың бәүелеүенә ойоп тыңланым, өн менән төш араһында болғандым, ҡайһылыр моментта күҙ алдымдан был ваҡиғалар кино кадрҙары һымаҡ үтә ине...
– Мине хәҙер шундай һорау борсой, ә кем ғәйепле? Ирен тыңларға теләмәгән ҡатынмы, йорт хужаһы була белмәгән, теҙгенде бушаҡ тотҡан үҙемме, әллә рәхимһеҙ балаларыммы? Уйланыуҙар аша кемде генә ғәйепләһәм дә, үҙемде әрләп борсолоуҙарға сумһам да, үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай, хаталарҙы төҙәтеп, насар күренештәрҙе юҡҡа сығарыу мөмкин түгел... – Машинала күпмелер ваҡытҡа тынлыҡ урынлашты. Әңгәмәсем, битен устары менән ҡаплап, бер аҙ ултырҙы, сәстәрен һыйпаны, көрһөнөп ҡуйҙы. Мин уның хәтирәләренә ҡыҫылырға ла, һорауҙар бирергә лә ҡыйманым. – Иҫемдә, сәй эсергә ултырҙыҡ. Һеңлеһенә көйгән Рәфис улым ашы менән тәрилкәһен иҙәнгә этеп төшөрҙө. Тәрилкә селпәрәмә килде, бутҡа тирә-яҡҡа сәсрәне. Миңнур ҡыҙым, тертләп, илап ебәрҙе. Мин, һикереп тороп, малайҙы иҙәнгә баҫтырҙым, залға сығырға бойорҙом. Еңмешләнгән малай аяғыма тибеп ебәрҙе. Быларҙы күреп торған ҡатыным араға инде, ни өсөн балаға тауыш күтәрәһең, ҡотон алаһың бит, тип тауыш ҡуптарҙы. Быны күргән, яҡлашыусыһын тапҡан малай әсәһенең ҡосағына сумды. “Һин – насар атай!” – тип миңә уҫал итеп ҡараны. Шул минутта, ысынлап та, үҙемде насар атай итеп тойҙом, ғәрлегемдән ер тишегенә инеп китерҙәй тойғолар кисерҙем. Был бәләнең башы ғына булған икән. Бындай хәлдәр йыш ҡабатлана башланы. Еңмешләнгән улыма дөрөҫлөктө аңлатырға тырыштым, ә ҡатыным Кәримә баланың алдынан алды. Рәфискә берәүҙе лә тыңламаҫҡа, нимә теләй шуны эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләр булды. Үҫеп килгән ҡыҙыбыҙ ҙа үҙ һүҙле булып китте. Хәҙер үткән йылдарға әйләнеп ҡарайым да, ғаиләләге ығы-зығыға бары тик балалар ғына сәбәпсе булған икән, ә башҡа төрлө проблема беҙгә ҡағылмаған йә иһә иҫтә ҡалмаған, йә, улай уҡ йөрәккә яра һалмау сәбәпле, иғтибар биреп барылмаған. Дуҫтар, балалар булғас, уларҙы үҫтергән ваҡытта һауыт-һаба шылтырай инде ул, тип әйтә ине. Хәҙер мин бының менән килешмәйем: донъяға килгән сабый иң беренсе ата-әсәһен ғүмер биргән өсөн генә ихтирам итергә тейеш, ашатҡан, кейендергән өсөн рәхмәтле булырға бурыслы.
Тағы ла ике малайыбыҙ донъяға килде. Тик мин был ваҡытта үҙемдең һүҙем юҡлығына күнеп өлгөргәйнем. Башым менән эшкә сумдым, күберәк колхоз эше менән мәшғүл булырға, ғаиләмә аҡса алып ҡайтырға тырыштым. Тик күңел төшөнкөлөгөнә йыш бирелә инем. Тормоштоң мәғәнәһен, эшләүемдең файҙаһын күңелем менән тоймағас, дөрөҫ юлдан тайпылдым, хәмер ҡоллоғона сумғанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Быға тиклем дә ғаиләлә авторитет менән маҡтана алмай инем бит инде, хәҙер үҫеп килгән балалар мине бөтөнләй кешегә һанамай башланы, шикелле. Ишек төбөндә бер иҫке диванда ғына йоҡлап йөрөй торғайным, эргәнән үтеп йөрөгән балалар мине күрмәне.
Ишбулат ағай, тәҙрәнән тышҡа ҡарап, тәрән уйҙарға сумғайны.
– Ағай, – тинем мин, әңгәмәсемдең минең яҡҡа боролоуон көтөп алып. – Ә ниңә ҡатынығыҙ менән һөйләшеп ҡараманығыҙ, тәрбиә мәсьәләһендә бергәләп эшләү кәрәклеген төшөндөрмәнегеҙ?
– Һөйләшкән саҡтар ҙа булды, тик ҡатын һәр ваҡыт мине ғәйепләй башлар булды. Уның донъяға ҡарашы, тормош ҡанундары шулай булғандыр инде. Балаларымды йәберләүгә бирмәйем, тип уйлағандыр. Тик мин бит ят кеше түгел, балаларымдың киләсәген уйлап, баштарына аҡыл һалырға тырыша инем. Башҡорт халҡында борон-борондан шундай тәрбиә булған: ир кеше алдында ҡатын-ҡыҙ һүҙ тотмаған, тауыш күтәреү һымаҡ күренештәрҙе күҙ алдына ла килтермәгән. Ир кешегә ихтирам юғары булған. Урамдан өс йәшлек малай үтеп барһа, оло йәштәге ағинәйҙәр, туҡтап тороп, шул баланы үткәреп ебәргән, малайҙың юлын ҡыймаҫҡа тырышҡан.
– Ә балаларығыҙ мәктәптә нисегерәк уҡыны? – уҡытыусы булараҡ, һорап ҡуйҙым.
– Уҡытыусылар мине күреп һөйләшергә тырыша ине, сөнки ҡатынымдан ҡурҡтылар. Малайҙарым шуҡ, шаян булып үҫте, мәктәптә лә йыш ҡына эш боҙҙолар, тик әсәләре генә был хаҡта ишетергә теләмәне, уҡытыусыларҙың үҙҙәрен ғәйепләне, ирешеп ҡайтыр булды. Ә уҡытыусы насарлыҡҡа әйҙәр кеше түгел – тәрбиә бирә, киләсәктә кеше булып йәшәүҙәре өсөн көсөн һала. Эй, ҡустым, былар менән генә бөтһәсе... Йылдар үтә килде, ҡыйынлыҡтарға теш ҡыҫып йәшәүемде дауам иттем. Малайҙар буй еткерҙе, ҡулдарына көс инә башланы. Иң беренсе, ҡыҙым яңылыш юлға баҫты. Мәктәпте лә бөтмәйенсә, ауырға ҡалыуы тураһында әйтте. Мин, һәр ваҡыттағыса, бер һүҙ ҙә әйтә алманым, ә ҡатыным шул төндәрҙә йәшереп кенә иланы. Шунан, даулашып йөрөп, Миңнурҙы теге егеткә кейәүгә бирҙе. Күрә инем, белә инем ул әҙәмдең кем икәнен. Матур ғаилә булып йәшәй алмаҫтарын да күҙалланым. Шулай булды ла: бер йылға ла тулманы, Миңнур балаһын күтәреп ҡайтып төштө. Шунан икенсегә кейәүгә барҙы. Ә ул егет шундай иғтибарлы, тәрбиәле, аҡыллы кеше ине. Тик ҡыҙым быны күрергә лә, аңларға ла теләмәне. Тағы ла айырылып ҡайтты. Әлеге ваҡытта инде өсөнсөгә тормошҡа сыҡты. Атай ҡәҙерен белмәй үҫкән ҡыҙ-бала үҙ ирен нисек аңлай алһын, нисек ир итеп ҡабул итһен? Атай менән ҡыҙ мөнәсәбәте ғаилә ҡорғанда иң мөһиме икәнен онотабыҙ.
– Ә малайҙар?
– Ә малайҙар... Ҡулдарына көс инә барған малайҙар мине йәберләүгә күсер, тип уйламай инем. Был ваҡытта кәрәклегем бөтөнләй бөткән булғандыр инде. Ҡул күтәреүҙәр, туҡмауҙар, эскән ваҡыттарымда тышҡа алып сығып ташлауҙар өлкән улымдың артымдан таш бәреп өйҙән ҡыуыуы менән тамамланды. Быны күреп торған күрше-тирә, ауылдың ихтирамлы кешеләре күҙҙәрендә ғәжәпләнеү, мине йәлләү сағылды, ә ауыҙҙарынан бер һүҙ ҙә сығарманылар. Шул китеүҙән атайым менән һалған йортҡа башҡа аяҡ баҫманым... Эх, шул ваҡытта ғәрләнеүем... – Ишбулат ағай күҙҙәрен һөртөп алды, үҙен нисек кенә ныҡ тоторға тырышмаһын, йәштәре һығылып сыға ине. – Берәҙәк булып Сибай ҡалаһында йөрөнөм. Шунан туғандарым үҙҙәренә алды, буш торған усаҡлыҡтарын йәшәргә бирҙе. Эсеүҙе бөтөнләй ташларға кәрәк, тип хәл иттем. Тыуған еремдән, ун-ун ике саҡрымда ятҡан ауылдан бушҡа бәләкәй генә йорт бирелеүен ишетеп, шунда барып йәшәй башланым. Ҡала яҡын ине, төрлө бригадала йөрөп, төҙөлөш эше менән булыштым.
– Ә ғаиләгеҙ?
– Улар мине бар тип тә белмәне шикелле.
– Ҡайтып та әйләнмәнегеҙме ни?
– Ҡайттым... Ҡайтырға мәжбүр булдым, тип әйтәйемме икән... Икенсе малайым, ары һуғылып, бире һуғылып йөрөп, кемдеңдер ҡулынан мәрхүм булып ҡалды. Оҙаҡ ваҡыт эҙләп, кәүҙәһен табып алдыҡ, ә үлтереүселәрҙең эҙенә төшөү мөмкин түгел ине. Һуңғы юлға оҙатырға зыяратҡа ғына барҙым, өйөмә ҡайтып әйләнергә батырсылыҡ итмәнем.
– Ә Кәримә апай, ҡатынығыҙ?
– Өйҙә тороп ҡалған ике малай өйләнергә лә, эшкә урынлашырға ла теләмәне. Уҡып, һөнәрле булһалар, бәлки, йылы эш урындары булыр ине. Ҡайҙалыр эсеп ҡайталар ҙа үҙ-ара ыҙғышалар, эскән кешеләрҙе алып ҡайтып, эскелек ойошторалар. Күпмелер ваҡыттан ғүмере буйы һылап-һыйпап, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән кешеләренә, изге әсәләренә, ҡул күтәрә башланылар. Күҙ-маңлайын күгәрткәнсе туҡмауҙан да тартынманылар. Быны күреп йөрөгән ауылдаштарым, мине осратҡан һайын шуны һөйләр, балаларҙы әрләр, Кәримәне ғәйепләр булды. Мин тыңлай ҙа, өндәшмәй генә үҙ юлымдан китә инем.
– Әлеге ваҡытта Кәримә апай һаман да улдарығыҙ менән йәшәйме?
– Юҡ, ҡатыным миңә күсеп килде. Көтмәгәндә килеп инде ул. Ишек төбөндә бер һүҙһеҙ, үкһеп, оҙаҡ ҡына иланы. Шунан бергә йәшәй башланыҡ. Тәүге көндәрҙә үҙ-ара яҡшылап һөйләшмәнек тә. Төндәрен күҙ йәштәрен түкте, ә аҙаҡ күнде, тынысланды. Үткәндәрҙе аҡтармаһаҡ та, яҙмыш ептәре төйөндәрен эҙләмәһәк тә, икебеҙ ҙә шундай хаталар эшләгәнебеҙҙе, балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирә алмай, уларҙы тормошҡа яраҡһыҙ, бәхетһеҙ иткәнебеҙҙе аңлайбыҙ. Тик һуң инде...
Быларҙы тыңлауы, йөрәк аша үткәреүе миңә ҡыйын ине. Һөйләнелгән тарихта һәр кем йәл. Айырыуса атай кешенең, үҙ һүҙен әйтә алмай, бушҡа уҙғарған ғүмере аяныслы. Күңел илай, тамаҡҡа төйөр килеп тығылды. Шул минуттарҙа тормоштоң йәме бөтөп, төнгө юлдың оҙон булыуы асыуҙы килтерә башланы һымаҡ...
Таң һыҙылды. Тирә-яҡта ағастарҙы, тауҙарҙы күрергә була ине хәҙер. Был күренеш бер аҙ күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Ишбулат ағай ҙа, әҙерәк булһа ла, ҡыуаныслы хәбәр өҫтәне.
– Миңнурҙың малайын үҙебеҙгә алдыҡ. Уға булһа ла, йәшәү мәғәнәһен дөрөҫ аңлатырға, яҡшы тәрбиә бирергә, тип хыялланабыҙ.
– Ишбулат ағай, ә әлеге ваҡытта ҡайҙа юлланаһығыҙ?
– Эш эҙләп ҡайҙа ғына бармай беҙҙең халыҡ. Мин дә, яңы ғаиләмде ҡарау өсөн аҡса эшләү маҡсатында, Себер яҡтарында йөрөйөм хәҙер...
Өфө ҡалаһына килеп төшкәс, Ишбулат ағай менән юлдарыбыҙ айырылды. Машинанан төштөм дә ҡала паркына табан юлланған яңы танышымды күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙом. Шанлы тормош юлдарын үткән, әллә яҙмыш һынауҙарында һынып ҡалған, әллә хаталарын ваҡытында төҙәтмәгән юлдашым йәл ине миңә. Тик бындай ғазаптарға дусар ителеү сәбәптәрен генә табыуы ҡыйын.
Илгиз ИСТАМҒАЛИН.
Әбйәлил районы.
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите