Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
14 Февраль 2025, 05:38

Баҡсаһы тулы гөл-сәскә

Баҡсасылар өсөн мәшәҡәтле осор башланды. Әле күптәребеҙ орлоҡ барлау менән мәшғүл. Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Рәйфә Ғайсина ла баҡса сәскәләрен рассадаға ултырта башлаған.

Баҡсаһы тулы гөл-сәскәБаҡсаһы тулы гөл-сәскә
Баҡсаһы тулы гөл-сәскә

Рәйфә апайҙың урам ҡапҡаһынан алып ике яҡлап гладиолус, пион, рауза, ләлә, георгин, флоксы, ирис һәм башҡа бик күп төрлө сәскәләре һалҡын көҙгә тиклем күҙҙең яуын алып ултыра.
- Сәскәләрҙе бала саҡтан яратам. Йорттоң тирә-яғы, өй эсе һәр ваҡыт шау сәскә була. Минең өсөн сәскәләр – рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай. Ер эше тынысландыра. Ихатамды сәскәләрһеҙ күҙ алдына ла килтермәйем. Күберәк күп йыллыҡ сәскәләрҙе үҫтерәм, шул уҡ ваҡытта бер йыллыҡтарын да ултыртам. Мәҫәлән, бер йыллыҡ катарантус сәскәләрен тышҡа ултыртырға ла, көҙ көнө өйҙә үҫтерергә лә мөмкин. Улар ҡыш буйы сәскә атып ултырасаҡ. Помидор, борос үҫентеләрен дә рассадаға ултыртам. Орлоҡтарҙы үҙем эшләйем, - ти Рәйфә апай.
Рәйфә Хөрмәт ҡыҙы баҡса сәскәләрен генә түгел, бүлмә гөлдәрен дә үҫтерергә ярата. Бүлмә гөлдәре күп һәм төрлө уның. Баҡсаһында сәскәләрҙән тыш төрлө емеш-еләк ағастарын да үҫтерә. Ҡарағат, крыжовник ҡыуаҡтары, алмағастар йыл һайын күп итеп емеш бирә.
- Үҙем тыумышым менән Ибраһим ауылынан. Әсәйемдең бер генә ҡыҙы мин. Бала сағым Бишауыл-Уңғар ауылында үтте. Урындағы мәктәптә белем алдым. Ҡоҙаҡаев Сабир Әҙиәт улы 11-се класты тамамлағансы беҙҙең класс етәксебеҙ булды. Ул беҙгә икенсе атай кеүек ине. Мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәнек. Дәрестәрҙән тыш төрлө күнекмәләргә йөрөнөк, спектаклдәр ҡуя инек. Мин дә ролдәрҙә уйнаным. Бер спектаклдә Ҡөрьән уҡыған әбей ролен уйнарға тура килде. Ҡөрьән аяттары уҡыған ауылдаш инәйгә барып, аятты уҡырға өйрәнеп, ятлап, сәхнәлә һөйләнем. Ошо хәл-ваҡиға миңә дин юлына баҫырға этәргес булғандыр, тип уйлайым. Бынан тыш, мәктәптә беҙҙе һатыу­сы һөнәренә лә уҡыттылар. Ҡышҡы-йәйге каникул осорҙарында магазиндарҙа практика үтә инек. Мәктәпте тамамлағандан һуң 1965 йылда мине Иҫке Бәпес ауылы мәктәбенә пионервожатый итеп ебәрҙеләр. Был эш миңә бик яҡын булды. Пионервожатый булып эшләүе ауыр булманы, сөнки мәктәптә уҡығанда дружина советы рәйесе, һуңынан комсорг булдым. Ойоштороу эштәре минең өҫтә була торғайны. Урындағы мәктәп янына 128 балалыҡ интернат төҙөнөләр һәм мине унда күсерҙеләр. Интернатта Йәмилә апай Абдуллина менән тәрбиәсе булып эшләнем, - ти ул.
Хаҡлы ялдағы юғары категориялы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Рәйфә Хөрмәт ҡыҙы бар ғүмерен тыуған районына хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Уның хеҙмәт стажы - 41 йыл.
- Бишауыл-Уңғар мәктәбендә уҡығанда Зәкиә апай Низамова география фәненән беҙгә белем бирҙе. Уның дәресен бик ярата инем. Ошо фәнгә һөйөүем Башҡорт дәүләт университетына алып килде. Өс курстан һуң Иҫке Бәпес мәктәбендә география дәресе уҡыта башланым. Тәрбиәсе, уҡытыусы булып эшләп, 50 йәштән пенсияға сыҡтым. Пенсияла булғанда Алайғыр мәктәбенә география уҡытыусыһы кәрәк булғас, мине шунда эшкә саҡырҙылар. Унда ун йыл эшләнем. Бынан тыш, миңә мәктәп баҡсаһын йөкмәттеләр. Район буйынса үткәрелгән “Иң яҡшы мәктәп баҡсаһы” исемле конкурс­та беҙҙең баҡса гел алдынғы урындар алып килде, - ти Рәйфә Хөрмәт ҡыҙы.
Рәйфә апай Иҫке Бәпес ауыл егете Шамил менән дуҫлашып, 1966 йылда өйләнешәләр.
Шамил Абдулхай улы кәләшен ата-әсәһе менән ҡалдырып, армияға алына. Ҡайны-ҡәйнәһе менән берҙәм, татыу булып, донъяны бергәләп тарталар. Рәйфә апай ҡайны-ҡәйнәһен әле лә тик йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала, сөнки улар булмаһа шундай эштә эшләүе ауыр булыр ине ти ул. Шамил Абдулхай улы хеҙмәтен Һарытау ҡалаһында тултырып ҡайта. Армиянан ҡайтҡас, мәктәптә физик культура дәресен алып бара. Һуңынан Карл Маркс исемендәге колхозға эшкә күсә. Унда бер аҙ эшләп алғас, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәп һаҡсыһы була. Ғайсиндар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемдәр. Ауыл биләмәһендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Райондан уларҙың икеһен Нуриман районында үткән Мостай Кәрим уҡыуҙары республика смотрына ебәрәләр. Яҙыусының әҫәре буйынса спектаклдән өҙөк сәхнәләштереп, улар беренсе урын алып ҡайталар.

Ғайсиндар биш балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Балалары барыһы ла яҡшы белем алған, һәр береһе ғаиләле, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Оло ҡыҙҙары Рәмилә Өфө ҡалаһының торлаҡ коммуналь хужалығының береһендә директор вазифаһын биләй. Бер малай үҫтергән. Уның улы хәрбиҙәр юлын һайлаған, тәүге көндән алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Һуңынан уны Псков ҡалаһындағы штабҡа эшкә ҡайтаралар. Рәмил улдары ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалы ауылында төпләнгән. Ҡатыны Азалия менән ике малай, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Гөлсәсәк Өфө районының Максимовка ауылында йәшәй. Бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Айгөл Өфө ҡалаһында йәшәй. Ире менән бер улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айгөлдөң тормош иптәше вафат булған. Ғайсиндарҙың кесе улдары Айрат Коми Республикаһында йәшәй. Ҡатыны Марина менән ике малай үҫтерәләр.
Рәйфә Хөрмәт ҡыҙы 1969 йылдан дин юлына баҫа. Октябрьский ҡалаһында “Нуруль-Ислам” мәҙрәсәһендә белем ала. Унда уҡығанда төркөм старостаһы була. Әлеге ваҡытта 3-сө курста ислам дине буйынса онлайн курстар үтә.
- Ауыл мәсетенә йөрөйөм, Ҡөрьән аштарына аят уҡырға саҡыралар, кешеләрҙе һуңғы юлға оҙатыуға ла барам. Мәсеттә уҡыу­ҙар үткәрәбеҙ.
Уҡыу бер ваҡытта ла һуң түгел. Ғүмерем эсендә 21 йылдан артыҡ белем эстәгәнмен, мәктәптә - 11 йыл, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында 6 йыл һәм 4 йыл мәҙрәсәлә. Тағы ла 4 йыл онлайн уҡыуҙар үтәм. Әле өсөнсө курстамын. Былтыр мәктәпкә компьютер курсына ла йөрөп алдыҡ, - ти Рәйфә Ғайсина.
Ысын мәғәнәһендә тормошҡа ғашиҡ Рәйфә апай. Уның егәрлелегенә, тырышлығына, эшсәнлегенә, энергияһы ташып тороуына хайран ҡалаһың. Киләсәктә лә ғаиләһенә терәк булып, ныҡлы иманынан, бәрәкәтенән айырмай бәхетле, имен тормошта йәшәргә яҙһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас