Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
12 Февраля 2025, 04:59

Ҡыйғы районында амбулатория һәм фельдшер пункты асылды

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә Түбәнге Ҡыйғы ауылында заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы табип амбулаторияһы асылды.

Ҡыйғы районында амбулатория һәм фельдшер пункты асылдыҠыйғы районында амбулатория һәм фельдшер пункты асылды
Ҡыйғы районында амбулатория һәм фельдшер пункты асылды

Унда педиатр һәм терапевт кабинеттары, прививка яһау, процедура, күҙәтеү бүлмәләре, пациенттарҙы ҡабул итеү, медикаменттарҙы һаҡлау өсөн бүлмә, көндөҙгө стационар урынлашҡан. Амбулаторияла беренсел медицина-санитрар ярҙамды Түбәнге Ҡыйғы, Ҡандаҡ, Абзай ауыл биләмәһе халҡы аласаҡ.

Иҫке Мөхәмәт ауылында тағы бер объект - заманса модулле фельдшер-акушер пункты асылды. Медпунктта прививка яһау,  процедура, күҙәтеү, өлкәндәрҙе ҡабул итеү пункты бар. Унда беренсел медицина-санитар, шул иҫәптән акушерлыҡ һәм гинекология  өлкәһендә лә ашығыс ярҙам күрһәтеләсәк, медицина анализдарын алыу үткәреләсәк.

"Оҙайлы һәм әүҙем тормош" (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыу буйынса эш алып барыла.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: национальныепроекты.рф

Автор:Аклима Имамова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас