Бөгөн яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарҙы яуаплы башҡара. Уларҙың ҡыйыулығы һәм үҙ бурысына тоғролоғо ҙур хөрмәткә лайыҡ.
“Боксит” Ҡырмыҫҡалы ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Малайҙар ата-әсәһенән өлгө алып, ҡыйыу, батыр, эшһөйәр булып үҫәләр. Яуаплылыҡ, тәрбиә, тәртип тигән төшөнсәләрҙе бәләкәй саҡтарынан аңлап буй еткерә улар. Егет тыуған ауылының 2-се мәктәбендә уҡығанында ла, тырышып яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. “Боксит” ҡушаматлы яугир хәрби юлды һайлай. Мәктәпте уңышлы тамамлап, Санкт-Петербург ҡалаһының Советтар Союзы маршалы Буденный исемендәге хәрби элемтә академияһының радиоэлемтә факультетында белем ала. Уны тамамлағас, юллама буйынса Хабаровск ҡалаһының хәрби часына ебәрелә. “Боксит” махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк ҡатнаша. Яугир бөгөнгө көндә Көнсығыш хәрби округының элемтә ғәскәрҙәрендә өлкән лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәт итә, махсус хәрби операция барышында бүлексәләр араһында ышаныслы элемтәне тәьмин итә. Бөгөн инде үҙенең батырлығы һәм антҡа тоғролоғо, хәрби хеҙмәте өсөн Суворов, “Хәрби берләшмәне нығытҡан өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдарына лайыҡ булған.
“Ни өсөн хәрби булырға ҡарар иттең?” – тигән һорау бирҙем ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугиргә.
- Бала саҡтан хәрби булырға хыяллана инем. Хәрби булыу миңә оҡшай һәм ошо юлды һайлауыма үкенмәйем, - ти ул. Төп һөнәренә тоғро ҡалып, артабан да хәрби хеҙмәтен дауам итергә теләй.
Әйткәндәй, “Боксит” ғаиләлә берҙән-бер профессиональ хәрби хеҙмәткәр түгел. Уның ҡустыһы ла хәрби юлды һайлаған. Ағымдағы йылда ул Мәскәү юғары хәрби команда училищеһын тамамлаясаҡ.
Яугир әлегә бер айға отпускыға ҡайтҡан. Һалдат ғаилә ҡосағында ял итә, көс йыя, дуҫтары, ауылдаштары менән аралаша. Беҙгә лә уның менән аралашыу форсаты тейҙе. Хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәр яҡшы, дуҫтарса, һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙамға килергә әҙер булыуҙары тураһында бәйән итте.
Яҡташыбыҙ февраль аҙағында ялдан һуң махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәткә юллана. Донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәргә еңеү менән тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Башҡортостанда контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 2 миллион һумға тиклем арттырҙылар. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсы кәм тигәндә 4 520 000 һум аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, барлыҡ контрактсыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан артыҡ ташлама ҡаралған, улар араһында – шифаханаларға түләүһеҙ юлламалар, фатир һатып алыуға 500 мең һум ташлама, балалар өсөн түләүһеҙ белем алыу, транспорт һалымын түләүҙән азат итеү һәм башҡалар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.