Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
12 Февраль 2025, 05:04

Бөтә ярҙам төрҙәре тураһында һөйләнеләр

Дүртөйлө районында эшҡыуарлыҡ сәғәтендә автооҫтахана асыу проекты ҡаралды. 

Бөтә ярҙам төрҙәре тураһында һөйләнеләрБөтә ярҙам төрҙәре тураһында һөйләнеләр
Бөтә ярҙам төрҙәре тураһында һөйләнеләр

Башҡортостандың Дүртөйлө районы хакимиәтендә даими үткәрелгән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә һәм уңайлы бизнес-мөхит булдырыуға йүнәлтелгән “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) маҡсаттарына ярашлы, шиндар монтажлау оҫтаханаһын асыу проекты ҡаралды.

“Юлдарыбыҙҙа автомобилдәр һаны көндән-көн арта. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы һәм юлдарҙың емерелеүе менән бәйле һәр автомобилгә даими рәүештә покрышкаларҙы, колодкаларҙы алмаштырыу, шулай уҡ тәгәрмәстәрҙе тигеҙләү талап ителә. Беҙҙең оҫтахана автомобиль хужаларының хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итеп, автомобилдең тәгәрмәстәрен төҙөк тотоу өсөн кәрәкле хеҙмәттәр комплексын тәҡдим итәсәк”, - тип билдәләне оҫтахананы асырға күҙаллаған эшҡыуар.

Ғариза биреүсе оҫтахананы урынлаштырыу өсөн яраҡлы бина һайлаған, һәм ул кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.

Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Гөлнара Кашаева эшҡыуарға республика, шулай уҡ федераль кимәлдәрҙә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары тураһында ентекләп һөйләне. Ул бизнесты үҫтереү һәм муниципалитетта яңы эш урындары булдырыу өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас