Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Февраль 2025, 05:01

Ҡариҙел районында “Йыл педагогы”, “Йыл уҡытыусыһы” билдәләнде

“Йыл педагогы” һәм “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарының муниципаль этаптары Ҡариҙел районында “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үтте. Сара барышында улар асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре методик тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Ҡариҙел районында “Йыл педагогы”, “Йыл уҡытыусыһы” билдәләндеҠариҙел районында “Йыл педагогы”, “Йыл уҡытыусыһы” билдәләнде
Ҡариҙел районында “Йыл педагогы”, “Йыл уҡытыусыһы” билдәләнде

«Йыл педагогы» конкурсында Ҡариҙел ауылының 1-се балалар баҡсаһы уҡытыусыһы — логопед Эльза Әхмәтшина, ә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында 1-се Ҡариҙел мәктәбенең именлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре уҡытыусыһы Винер Кәримов еңеүсе булды. Улар район уҡытыусылары данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.

Бындай конкурстар иң яҡшы уҡытыусыларҙы һәм педагогтарҙы асыҡларға ярҙам итә, белем биреү эшмәкәрлегендә яңы ҡаҙаныштарға этәрә һәм белгестәр араһында тәжрибә уртаҡлашыуға булышлыҡ итә, йәмғиәттә белем биреүҙең әһәмиәтен һәм һөнәрҙең абруйын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

«Йәштәр һәм балалар» (национальный проект “Молодежь и дети”) милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект маҡсаты - мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм 2030 программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: национальныепроекты.рф

Автор:Аклима Имамова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас