Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Февраль , 22:19

Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды

«Ошондай кешеләрҙе, күренекле шәхестәрҙе хөрмәтләп иҫкә алыу барыбыҙ өсөн дә бик мөһим»,-тине Радий Хәбиров.

Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды
Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды

Баймаҡта күренекле дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаровҡа бюст асылды

Тантанала БР Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Заманында Зекериә Аҡназаров Рәсәй тарихындағы иң тәжрибәле сәйәсмәндәрҙең береһе була. Ул Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе вазифаһын 25 йыл дауамында башҡара. Дәүләт эшмәкәре үҙе Баймаҡ районы Ямаш ауылынан (бөгөн бөткән ауыл), ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә.

«Ошондай кешеләрҙе, күренекле шәхестәрҙе хөрмәтләп иҫкә алыу барыбыҙ өсөн дә бик мөһим. Шәхестәрҙе хәтерләү, уларҙың нисек йәшәгәнен аңлау ошо ауыр йылдарҙа беҙҙе тағы ла көслөрәк итә. Бында торған йәш егеттәр өсөн был бик мөһим», - тине Радий Хәбиров.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: