Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Февраль , 19:42

Табипты язаға тарттырғандар

Ҡала үҙәк дауаханаһының бүлек мөдире иптәшенең һорауы буйынса ҡыҙҙың сире хаҡындағы мәғлүмәтте фотоға төшөрөп танышына ебәрә.     

Табипты язаға тарттырғандар
Табипты язаға тарттырғандар

Һуңғы ваҡытта күптәрҙең сире шунда уҡ бар донъяға билдәле була. Баҡтиһәң, ҡайһы бер аҡ халатлылар, Гиппократ антына хыянат итеп, дуҫтарының йәки таныштарының үтенесе буйынса сирленең медицина тикшереү һөҙөмтәләрен "ситкә" сығарырға ла тартынмай икән.

Күңелһеҙ осраҡ Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында теркәлгән. Дауахананың бүлек мөдире 2024 йылдың ноябрендә, Берҙәм дәүләт һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәт системаһына инеү мөмкинлегенә эйә булып, иптәшенең үтенесе буйынса бәлиғ булмаған ҡыҙҙың медицина тикшереүе һөҙөмтәләрен фотоға төшөрә һәм танышына ебәрә.

Суд ирҙең иркен 10 айға сикләп һәм кеҫә телефонын тартып алып, 100 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләй. Хөкөм ҡарары закон көсөнә әле инмәгән.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: