Нуриман районы полиция бүлегенә Саруа урмансылығында законһыҙ ҡырҡыу факты тураһында мәғлүмәт килә. Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре билдәһеҙ кешенең 154 шыршы ағасын ҡырҡыуын асыҡлай. "Хәүефһеҙ ҡала" видеокүҙәтеү системаһы ярҙамында ДАИ хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсе ҡулланған автомобилде асыҡлай. Шул уҡ көндө Саруа ауылынан 38 йәшлек ир тотола. Полиция хеҙмәткәрҙәре уның автомобиленең прицебында ҡырҡылған ағастарҙы таба. Ир, ҡырҡыуға рөхсәтем бар, ти, әммә тикшереү һөҙөмтәләре буйынса был ялған булып сыға. Эксперт-криминалистар үҙәге раҫлауынса, автомобилдә табылған шыршылар законһыҙ ҡырҡыу урынында ҡалған ағас төптәре менән тап килә. Экспертиза шулай уҡ законһыҙ ҡырҡыуҙан килгән зыяндың 1 миллион һумдан ашыуын билдәләй. Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan