2023 йылда, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, Дәүләкән ҡалаһынан 11 бала әсәһе Гөлназ Ҡорманаева ғаилә институтын нығытыуға һәм балалар тәрбиәләүгә индергән ҙур өлөшө өсөн “Герой-әсә” исеменә лайыҡ булды. Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтар тураһында гәзитебеҙҙә лә, сайтта ла яҙғаныбыҙ бар. Улар – республикабыҙҙың ишле һәм өлгөлө ғаиләләренең береһе. 2023 йылдың яҙында уларҙың 11-се балаһы – ҡыҙҙары Ынйы тыуғайны. Ошо көндәрҙә ишле ғаиләгә йәм өҫтәп, тағы ҡыҙ бала донъяға килгән. Бәпескә Наҙгөл тигән исем ҡушҡандар.
Шуныһы үҙенсәлекле: Гөлназ Ҡорманаеваны күптәр күп бала әсәһе тип кенә түгел, әүҙем йәмәғәтсе, ойоштороусы булараҡ та белә һәм хөрмәт итә. Был ишле ғаиләлә балаларҙың спорт, ижад йәһәтенән һәләттәрен асыуға ла ҙур иғтибар бүленә.
Уңған, ишле ғаиләне бәпес тыуыуы менән ҡотлайбыҙ! Бөпескә атай-әсәйе, апайҙары һәм ағайҙары һөйөүендә үҫеүен, һау-сәләмәт булыуын теләйбеҙ. Ишле ғаиләнең бәхетле мәлдәре күп булһын!
Фотолар: Ҡорманаевтарҙың ғаилә архивынан, “Башинформ”.