Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Февраль , 22:27

Хәүефле танышыу

– Ә бит күңел һиҙгәндәй, шул ҡәһәрле көндө ҡайтырға бер ҙә аяғым тартманы, – тип ауыр уфтана Әлифә...

Хәүефле танышыу
Хәүефле танышыу

31 йәшлек Әлифә* төпкөл ауылдарҙың береһендә ата-әсәһе менән йәшәй. Ул икенсе төркөм инвалиды: ун йыл элек ҡаланан “попутка”ла ҡайтып барғанда машина түңкәрелеп ауыр йәрәхәтләнгән.
– Ә бит күңел һиҙгәндәй, шул ҡәһәрле көндө ҡайтырға бер ҙә аяғым тартманы, – тип ауыр уфтана Әлифә. – Әммә ҡуртым фатирын бергә бүлешкән ғауғасыл, ваҡсыл ҡатын иртә менән тиктомалдан иреш-талаш ҡуптарҙы. Уның боҙоҡ йөҙөнән, сәрелдәк тауышынан биҙрәп, юлға сығылды ла инде. Һөҙөмтәлә, йәшлегем, пландарым, хыялдарым селпәрәмә килде, һаулығым ҡаҡшап, ғәрипкә әйләндем... Иҫән ҡалыуыма реанимация табиптарына, операциялар яһаған хирургтарға рәхмәт. Артабан төҙөлөштә эшләү мөмкин түгел ине, ҡалала башҡа бер ни ҙә тотманы һәм мин ауылға, атай-әсәй янына, ҡайттым.
Үҙәгенә үткән ауыртыу-һыҙланыуҙар ҡарурманын йырып сығып, ҡалай ҙа аяҡҡа баҫҡан, яйлап булһа ла йөрөп ятҡан Әлифәнең апаһы менән өс ағаһы, һеңлеһе бар, улар күптән башлы-күҙле, төрлөһө төрлө яҡта төпләнгән. Ата-әсәләре әле бирешерлек түгел, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп, етеш тормошта йәшәйҙәр. Улар Әлифәгә көс төшөрмәҫкә тырыша, ауыр эш ҡушмай, хәлдәренән килгәнсә ҡур­салайҙар.
– Хәстәрҙәре өсөн атай-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен, әммә хәлем шаҡтай арыуланғас, яңғыҙлыҡтан, аралашыу етмәүҙән зарыҡтым, – ти әңгәмәсем. – Ауылда йүнләп аралашырлыҡ кеше юҡ, йәштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ярай ҙа телевизор менән интернет бар, юғиһә сығып олорға ғына ҡалғайны миңә. Бәлки ошо хәлемдә лә үҙ ишемде табып, матур ғаилә ҡороп, йәшәр ҙә китер инем, тигән хыял бөрөһө йөрәк төпкөлөндә моронланы. Парлыларға көнләшеп ҡарайым, кемдеңдер кейәүгә сыҡҡанын ишетһәм, бигерәк ҡыйын. Һөйгө-һөйөлгө килеү теләге танышыуҙар сайтына теркәлергә этәрҙе. Унда ниндәй генә әҙәмдәр юҡ! Йәмһеҙ-йәмһеҙ ирҙәр үҙҙәрен әллә кем итеп ҡуйып, миңә ҡармаҡ һалып маташты. Кемдер “сәләм, хәлдәр нисек” тиеүҙән ары китмәне. Сайтта теркәлгәндән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, Красноярск крайынан һөйкөмлө генә күренгән Виктор исемле ир менән танышып, яҙыша башланыҡ. Иғтибарлы, хәстәрлекле, эшлекле кешегә оҡшағайны. Һәр хәлдә шундай тойғо тыуҙырҙы. Логистика тармағында эш­ләйем, эш буйынса командировкалар күп, Хоҙай ҡушмаған яҡтарға ла барыла, юғалып торһам, аптырама, ҡайһы ваҡыт бәйләнеш булмай, тип танышҡанда уҡ иҫкәртте. Бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән ир, балаларым да юҡ, бәлки икебеҙ шул етешһеҙлекте төҙәтербеҙ, тип шаяртты.
Теләһә нимә хаҡында яҙыша торғас, танышыу сайтынан мессенджерға күстек. Сәләмәтлегем хаҡында түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәйнем, был минең өсөн проб­лема түгел, һинең яҡты күңелең күпкә мөһимерәк, шулай ҙа хәлдән килгәнсә һаулығыңды нығытырға ты­рышырбыҙ, тине. Йәнемә дауа ине һүҙҙәре...
Аралашыуыбыҙ күңелдәге бушлыҡты тултырҙы. Виктор: “Һин миңә көндән-көн нығыраҡ оҡшайһың”, “Ни эшләйһең ул һин минең менән, ҡыҙыҡай, башымдан сыҡмайһың”, – тип яҙа, һүрәттәр, шиғырҙар ебәрә. Мин дә уға эҫенгәндән эҫендем. Бер заман ул ҡапыл юғалды. Ни эшләргә белмәй үрһәләндем генә! Телефонды ҡулдан ысҡындырмай, минут һайын асам да ҡарайым, асам да ҡарайым. Туҡтауһыҙ шылтыратам, смс-тар яҙам, әммә барыһы ла яуапһыҙ. Мессенджерҙа ингәне-сыҡҡаны йә­шерелгәс, ысынлап инмәйме, әллә мине инҡар итәме – белеп булмай. Хәбәр­ҙәремде уҡымағаны билдәле, сөнки бер генә “галочка” тора. Ата-әсәйемде бор­соуға, шөбһәгә һалып, илап бөттөм, ашауымдың, йоҡомдоң рәте китте, күҙ алдында ябыҡтым. Виктор бәләгә тарығандыр, шуға ғына зым-зыя юғалды, хәлен белешерлек уртаҡ таныштар ҙа, исмаһам, юҡ, тип үртәлдем.
Инде тамам бөлдөм тигәндә Виктор шылтыратты. Икенсе номерҙан. “Был мин – Виктор”, – тигәнде ишетеү менән күҙҙәремдән йәштәр атылды. “Һин ҡайҙа булдың? Нишләп юғалдың? Мин һинһеҙ бында саҡ үлмәнем, әллә нимәләр уйлап бөттөм!” – уны һорауҙарға күмдем.
“И-и-и, бәләкәсем, кисер, алыҫ ерҙә юл-транспорт ваҡиғаһына тарылды, – тине шыпырт ҡына. – Телефонды шунда юғалтҡанмын, әле дауаханала ятам. Изге кеше телефонын биреп торҙо, ярай ҙа һинең номерҙы ятлап алғанмын...” “Ҡайҙа ятҡаныңды әйт, яныңа барам!” – тим. “Кәрәкмәй, мин тиҙҙән йүнәлеп сығам”. Кинәт бәйләнеш өҙөлдө. Ҡат-ҡат шылтыратып ҡараным, тик йәнһеҙ роботтың “абонент селтәрҙә түгел” тигәне генә ишетелде. Ун ике көндән Виктор яңынан бәйләнешкә сыҡҡас, мин һине яратам, улай оҙаҡҡа юғалма, зинһар, тип иланым. Һәм шунда Виктор, мин дә һине һөйәм, ләкин беҙ бергә була алмаясаҡбыҙ, тормошоңдо боҙғом кил­мәй, сөнки иркем сикле, тине: “Мин был турала алдан әйтергә тейеш инем, әммә сайтта фотоңды күреү менән һиңә ғашиҡ булдым да, бындай матур, аҡыллы ҡыҙ колонияла ултырғанымды белһә, ара­лашмаҫ, тип шикләнеп, алданым. Ғәфү ит. Мине онотһаң – үпкәм юҡ, ә мин һине ғүмерҙә лә онотмаясаҡмын, ҡанһыраған йөрәгем гел һине юҡһыныр, һин минең өсөн буй етмәҫлек йондоҙ булып ҡалырһың...” Тәүҙә һүҙҙәре иҫәңгерәтте, телефонды ҡулымдан төшөрөп ебәрә яҙҙым. Ныҡ ҡурҡтым. Үҙ ҡолағыма үҙем ышанмай: “Һин минән һыуындыңмы әллә? Әгәр шулай икән, дөрөҫөн әйт, төрмә-фәләнде ҡыҫтырма”, – тип ял­барҙым. Мин һинән ғүмерҙә лә һы­уынмаҫ инем, был ысын, ти: “Нахаҡҡа кеше үлтереүҙә ғәйепләп, 19 йылға ултырттылар. Мин бер кемде лә үлтер­мәнем. Ләкин миңә баҫым яһанылар, ғүмерлеккә төрмәгә ябыу менән янанылар, шуға күрә ғәйепте өҫтөмә алырға мәжбүр инем”.
Их, ошоно ишетеү менән һөйләшеүҙе лә, аралашыуҙы ла өҙһәмсе...
Ә ул саҡта: “Һинең колонияла ул­тырыуың беҙҙең һөйөүгә ҡамасау була ала икән, тимәк, ул ысын мөхәббәт тү­гел!” – тинем ярһып. Виктор, һин минең яҡыным, һин минең берҙән-берем, мин һиндә яңылышманым, әлдә генә һине осраттым ғүмерем юлында, кил, ос­рашайыҡ, тип “һайрап” ебәрҙе. Төрмәлә ултырғандарҙың үҙ ҡорбандары менән бик оҫта уйнауҙарын башыма ла ин­дермәнем. Нахаҡҡа иректән мәхрүм ителгән һөйгәнемде йәлләп, уға ҡарата һөйөүем уты тағы ла нығыраҡ дөрләне. Ул мине “кәләшем” тип атаны, өйлә­нешергә тәҡдим яһаны.
Хис-тойғоларға, башымда ҡайнаған уйҙарға сыҙаша алмай, Виктор тура­һында әсәйемә һөйләп бирҙем. Тормош күргән аҡыллы, сабыр кешенең кәңәше ҡыҫҡа булды: “Онот! Ундай бәндә менән мөнәсәбәттәрҙең киләсәге юҡ”. Мин, ялҡынға ҡарай осҡан күбәләк ише, һүҙенә ҡолаҡ һалмай, һәр кем хаталана ала, бер кем дә яңылышлыҡтарҙан азат түгел, тип Викторҙы яҡланым. Һөйөүҙән алйығас ни, аҙ ғына аҡсамдан да Викторға ҙур өлөш сығарҙым, бүләктәр ебәрҙем. Әсәйем аптырағандың көнөнән: “Йәне теләгән – йылан ите ашаған. Барып күр, әйҙә... Күрешкәндә бер-берегеҙҙе оҡшатһағыҙ, беҙ һинең юлыңа арҡыры сыҡмаҫбыҙ, яҙмышыңды үҙең хәл итерһең. Шулай ҙа хис-тойғоларға алданып, хурға ҡалып ҡуйма, һуңынан үкенерлек булмаһын”.
Виктор осрашыуҙы юллағас, күп итеп күстәнәстәр тейәп, юлға сыҡтым. Юл ауыр булды, ләкин тулҡынланып, ҡа­натланып барҙым “буласаҡ ирем” янына. Һәм бына зарығып көткән мәл етте – Виктор килеп инде. Уны яҡындан күреү менән нисек хаталанғанымды аңлауҙан аяғым аҫтында ер сайҡалды... Ул мине ҡосаҡлап алды, иренемдән үбергә ынтылды, ә мин ни үле, ни тере килеш тора бирҙем. Фотола күргән йөҙө, телефондан ишетелгән тауышы, тәмле-татлы һөй­ләшеү манераһы – бөтә таныш. Ләкин йылмайғанда ла ҡарашынан гүр һал­ҡыны бәрелгән ҡурҡыныс ир хыя­лымдағы Виктор түгел ине.
Мин таш һындай ҡатып торғанға, иркәләүенә яуап бирмәгәнгә рецидивист кинәт енләнде: теш араһынан оятһыҙ һүгенеп, түшемә төртөп карауатҡа йыҡты ла, ауыҙымды усы менән ҡаплап, тупаҫ итеп һәрмәргә, сисендерергә тотондо... Ҡаршылашырға иттем, әммә тырнағына эләккән ҡорбанын януар ысҡындыра торғаны бармы?!
Нәфсеһен ҡәнәғәтләндергәс, ул мине һыларға-һыйпарға кереште, шундай ылыҡтыр­ғыс, тәмле булғаныңа мин түгел, үҙең ғәйеплеһең, тип хахылдап көлдө...
Үҙемдән-үҙем ерәнеп, илап поезда ҡайтып барғанда һәр һүҙҙе уйлап, Викторға хушлашыу хәбәрен яҙҙым. Ул тәүҙә уйымдан кире дүндерергә маташты, ҡапыл өҫтөңә ташланып, һине ҡурҡытҡанға кисер, тип яҙҙы, һуңынан янарға, ҡурҡытырға, кәмһетергә, мыҫ­ҡылларға кереште. “Ҡайҙа йәшәгәнеңде ҡасан да булһа асыҡлаясаҡмын, минән “сәләм” көт, һиңә лә, яҡындарыңа ла ярлыҡау булмаясаҡ” тигәндән башлап, “кемгә һинең кәрәгең бар, һинең менән йоҡлағанға рәхмәт әйт, һаҫыҡ сатан бәрән”гә тиклем... Сәсте үрә торғоҙорлоҡ ҡурҡыныс янауҙарын башҡаса күрмәҫ, ишетмәҫ өсөн уны ҡара исемлеккә тыҡҡайным да, Виктор башҡа номер­ҙарҙан шылтыратты, яҙҙы. Симканы алыштырҙым, әммә барыбер ҡурҡыныс. Үҙемдән бигерәк ата-әсәйем өсөн. Атайым минең “мажараларҙы” белмәй, әсәйемә әйтһәм, ҡайҙан таптың беҙҙең башҡа бәлә, тип көйөп, ауырып китер, тип ҡайғырам. Шуға ла уларға өн­дәшмәйем...
Мөхәббәт эҙләп, үҙемде һәм ата-әсәйемде хәүеф аҫтына ҡуйҙым, тип үҙен үҙе туҡтауһыҙ әрләгән, тыныс­лығын юғалтҡан, ҡурҡыуҙа йәшәгән Әлифәне, ул бәндәгә әле байтаҡ йылдар ултыраһы бар, мотлаҡ икенсе ҡатынға әүрәйәсәк, һине онотасаҡ, тип йыуаттым: “Улар әллә бер генә кеше менән аралаша, яҙыша, тиһеңме?! Ҡатындары донъялыр! Һин дә уны онот та, кинәнестә йәшә, ғәрипмен, тип кәмһенмә. Физик кәмселек бер кемгә лә бәхетле булырға ҡамасауламаған! Үҙ кәйефеңде үҙең ыңғайға көйлә!”

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* исемдәр үҙгәртелде.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: