Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Февраль , 11:20

Быйыл яҙ ниндәй булыр?

Синоптиктар яҙ ғына түгел, йәй айҙарының ниндәй булырын да күҙаллай...

Быйыл яҙ ниндәй булыр?
Быйыл яҙ ниндәй булыр?

Башҡортостанда быйылғы ҡыш артыҡ һыуыҡтар булманы тиерлек. Яҙғы айҙарҙан нимә көтөргә? Был һорауға метеорологтар яуап бирә.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, февраль башында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо күҙәтелә. Урта диңгеҙ буйынан субтропик йылы килеү менән уртаса тәүлек һауа температураһы норманан 10-12 градусҡа юғарыраҡ. Термометр бағанаһы көндөҙ Цельсий буйынса +2,-3 күрһәтә.

Яҙ ниндәй булыр? Аномаль йылы ҡыш менән яҙғы айҙарҙағы һауа торошо араһында бәйләнеш бармы? Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд иҫәпләүенсә, быйыл март йылы була, ҡар аҙ яуыуы арҡаһында яҙҙың ғәҙәттәгенән иртәрәк килеүе ихтимал. Ҡар күп яуғанда, ҡояш энергияһы көрттәрҙе иретеү өсөн тотонола. Ә аҙ булғанда – ҡояш һауаны йылыта. Февралдә бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал, шулай ҙа, ҡыш аҙағына тиклем яуым-төшөм норманан аҙыраҡ буласаҡ. Тимәк, яҙ башы йылы торасаҡ.

Март айында бер ни тиклем уртаса һыуыҡтарҙы кире ҡайтыуы ихтимал, ләкин норма сиктәрендә буласаҡ. Әммә яҙҙың тәүге айы ла норманан бер нисә градусҡа йылыраҡ була. Аномаль йылы ҡыш иртә һәм еңелсә ташҡын менән йылы яҙға күсә, ул эстафетаны сағыштырмаса уртаса йәйгә тапшыра, тип иҫәпләй ғалимдар.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина.

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: