Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Февраль , 22:15

Бишенсе балалары ла үлгән...

Көҙөн ағыуланып дүрт бала һәләк булған ине, кисә өс айлыҡ бәпес...    

Бишенсе балалары ла үлгән...
Бишенсе балалары ла үлгән...

Был ғаиләнең фажиғәһен бар ил менән бергә кисергәйнек. Сентябрь айында Красноярск өлкәһенең Красная Сопка ауылында булды ул. Дүрт баланан торған ғаилә ағыуланып дауаханаға эләгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саҡта дүрт бала ла һәләк була. Ауырлы әсәләре һәм ғаилә башлығы ғына иҫән ҡала. Аҙаҡ асыҡланыуынса, аталары тараҡандарҙы үлтереү өсөн дихлофос һибә һәм тәҙрәне асмай. Хәлдәре насарлана башлағас, үҙе дарыу эсә, ә балаларға бирмәй. Һөҙөмтә аяныслы: балалар һәләк була.

Ул саҡта әсәй кеше туғыҙ айлыҡ ауырлы була. Уға һәм эсендәге бәпескә бер ни ҙә булмай, ә ваҡыты еткәс бала тыуа. Һәм бына бөгөн ҡот осҡос яңылыҡ билдәле булды: 1 февралдә төндә шул бәпес тә һәләк булған. Ул йоҡлаған саҡта ҡоҫҡан һәм шуға ҡарлығып үлгән. Тейешле органдар баланы тикшергән: унда ағыуланыу эҙҙәре табылмаған, әсәй кеше лә быға тиклем ашаған ризыҡтарын үҙгәртмәгән. 32 йәшлек әсә әйтеүенсә, ул балаһын имеҙгән дә йоҡларға һалған, ә төндә уянып уның үлгәнен күргән. Бының нисек килеп сығыуын ул аңлай алмай.

Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәрә. Баланы махсус үлтермәһәләр ҙә, барыһы ла ныҡлап өйрәнеләсәк. Шулай уҡ әсәйгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу-ҡуҙғатмау мәсьәләһе хәл ителә. Әгәр уның ғәйебе табылһа, ул яңылыш үлтереү статьяһы буйынса хөкөм ителеүе бар. Әйткәндәй, аталары ла әле тәфтиш аҫтында. Ул теге дүрт балаһын яңылыш үлтереүҙә ғәйепләнә, әле ул өйҙә һаҡ аҫтында ине.

Бер ғаиләгә шул тиклем ҡайғыны нисек күтәрергә? Сабырлыҡ теләйбеҙ...

Фото: SHOT телеграм-каналы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан тгәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: