Күптәрҙең һыуытҡысында ябай аш һеркәһе урынына алманыҡы (яблочный уксус) торалыр. Ризыҡҡа ҡулланыуҙан тыш, тәнде сихәтләндереү өсөн дә файҙаһы ҙур икән уның. Мәҫәлән, аяҡты алма һеркәһе өҫтәлгән һыуҙа тотоу яҡшы һөҙөмтә бирә.
*Тасҡа йылы һыу ҡойоп, унда бер стакандай алма һеркәһе өҫтәргә лә ошо ҡатнашмала аяҡты ярты сәғәттәй тоторға. Аҙнаһына бер тапҡыр ошолай эшләгәндә, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.
*Һөйәлдәрҙән ҡотолоу өсөн, һыуға алма һеркәһе бутап, ошо ҡатнашмала яҡты 45 минут тоторға, аҙаҡ пемза менән ышҡып алырға.
*Алма һеркәһендә биологик яҡтан әүҙем ҡатнашмалар бар, улар бактерия, микробтарҙан, бәшмәктән ҡотолдора. Аяҡ тирләүсән икән, был ҡатнашма насар еҫтән арынырға ла ярҙам итә.
*Иҫкәрмә: мәғлүмәт танышыу өсөн бирелә. Ниндәйҙер ысулды ҡулланып ҡарар алдынан, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
*Шуныһын да иҫтән сығарырға ярамай: аллергия менән йонсоған кешегә төрлө ҡатнашмаларҙы, шул иҫәптән алма һеркәһе менән дә, һаҡ ҡулланырға кәрәк. Варикозы булғандарға йылытыу процедуралары менән үтә мауығыу килешмәҫкә мөмкин.
Фото: vk.com/domhitrosti