Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраль 2025, 17:34

"Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа..."

Февраль (шаҡай) — йылдың икенсе айы, ҡыштың һуңғыһы - өсөнсөһө. Тоҡос ай, 28 көндән тора, кәбисә йылында - 29 көн.    

"Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа...""Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа..."
"Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа..."

Февраль (шаҡай) — йылдың икенсе айы, ҡыштың һуңғыһы - өсөнсөһө. Тоҡос ай, 28 көндән тора, кәбисә йылында - 29 көн.

 
Ни өсөн февраль ҡыҫҡа һуң? Әле таянып йәшәгән календарь беҙгә Боронғо Римдән килгән. Тәүҙә унда 9 ай иҫәпләнгән, ә йыл марттан башланған. Беҙҙең эраға тиклемге VIII быуатта батшалыҡ иткән Нума календарҙы Ай фазаларына һәм Ҡояш хәрәкәтенә тап килерлек итеп үҙгәртергә ҡарар сығара. Реформалар һөҙөмтәһендә ике өҫтәмә ай – ғинуар һәм февраль барлыҡҡа килә.
Юлий Цезарь идара иткән дәүерҙә йоп ай - 30, таҡ ай 31 көн дауам итергә тейеш тигән әмер бирелә. Февраль айына көн һандары етмәй ҡала. Батша вафат булғас, яңы хөкүмәт квинтилис тип йөрөтөлгән айҙы уның хөрмәтенә июль тип үҙгәртергә була. Цезарға тиклем идара иткән император Октавиан Август хөрмәтенә лә айҙың исеме үҙгәртелә. Ике батшаның исемен йөрөткән ай көндәре тигеҙ булырға тейеш тип һанап, февралдән тағы бер көндө “ҡырҡып” июлгә өҫтәйҙәр.
Кәбисә йылдары системаһы ла Цезарь ваҡытынан килә. Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеү ваҡытына тура килһен өсөн, 4 йылға бер көн өҫтәргә ҡарар ителә.
Әйткәндәй, 1930 йылда СССР-ҙа революцион совет календары булдырыу мәсьәләһе күтәрелә. Тәҡдим кире ҡағыла.
Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай.
Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.
Февралдә һыуыҡ: "Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа", - тип әйтә, имеш.
Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
Февраль – бүреләрҙең туй айы.

9 фҽвралдә ағастар бәҫкә төрөнһә - тиҙҙән йылытасаҡ.
12 фҽвралдә ай ҡыҙарып торһа, көслө ҽл буласаҡ.
14 фҽвралдә күк йондоҙло булһа,яҙ һуң килҽр.
15 фҽвралдә көндө ҽпшҽк булһа,яҙ иртә килҽр һәм йылы булыр.
26 фҽвралдә ҡар ирҽһә,һыу аҡһа,йәй ямғырлы булыр.
27 фҽвралдә йылы һауа булһа,март башында һыуыҡ көт.
28 фҽвралдә боҙбармаҡтар оҙон икән,яҙ ҙа оҙон булыр.

Февралдең бҽрҽнсҽ яртыһында көндәр һыуыҡ булһа,арыш уңыр; йылы булһа тары уңыр.
Февралдә бәҫ күп булһа, ағас ҽмҽштәрҽ уңыр,бал күп булыр.
Февраль айында ҡар күп булһа,йәй иртә килҽр.
Тау баштарында ҡар күп булһа, йәй ҽләк күп булыр.
Февраль аҙағында ҡар күп яуһа, борсаҡ мҽнән сәтләүҽк уңыр.
Яҙ һыуыҡ булыр булһа, төлкө эт һымаҡ өрөр.
Әгәр ҡыштың был айы буранлы икән,август ямғырлы, ужым игҽнҽ уңасаҡ.
Ҡар күп ятһа,үлән ҡалын буласаҡ.
Юлда ҡар ҡалын, ҡырҙа йоҡа булһа,игҽн уңыр.
Февраль һыуыҡ икән - йәй яҡшы килҽр.
Февраль һыуыҡ һәм ҡоро - август эҫҽ.
Февраль йылы булһа - яҙ һалҡын килә.
Февралдә бәҫ күп булһа - йәй ысыҡ күп төшөр,бал мул булыр.
Февраль аҙағында боҙбармаҡтар оҙон булһа - яҙ оҙаҡҡа һуҙылыр.
Февраль ҡарһыҙ булһа - ҡоро йәйгә.
Февралдең һуңғы аҙнаһы һыуығыраҡ булған һайын,март йылыраҡ килә.

Фото: Рәсүл Арыҫланов

 
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас