Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраль 2025, 16:46

Уны төнгөлөккә ашарға кәрәк

Мүк еләге – иң шифалы еләктәрҙең береһе. 

Уны төнгөлөккә ашарға кәрәкУны төнгөлөккә ашарға кәрәк
Уны төнгөлөккә ашарға кәрәк

Мүк еләге – иң шифалы еләктәрҙең береһе.      Күптән түгел ғалимдар  мүк еләгенең организмға ҡартайыуға ҡаршы һөҙөмтәле йоғонто яһауын асыҡлаған.  Әйткәндәй, бының өсөн уны бер үк ваҡытта ғына ашау хәйерле.  Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, төнгөлөккә ашалған еләктең организмға ыңғай йоғонтоһо күберәк.

Кемдәр оҙаҡ йылдар йәш булып ҡалырға теләй, медиктар мүк еләге менән «дуҫлашырға» кәңәш итә. Асыҡланыуынса, уның емеше антиоксиданттарға бай. Билдәле булыуынса, улар организмдағы ирекле радикалдарҙыңә кире йоғонтоһон баҫырға һәләтле. Шулай итеп, мүк еләгендәге антиоксиданттар  кешене яман шеш барлыҡҡа килеүҙән һәм ҡартайыуҙан һаҡлай.  

Бынан тыш, мүк еләге матдәләр алмашыныуын яйға һалырға, ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итә, һалҡын тейеүҙән, пародонтоздан файҙаһы бар,  нервы ҡуҙғыуынан бик яҡшы тынысландырыу сараһы булып тора. Яңы ғына һығылған һуты бөйөрҙә һәм бәүел ҡыуығында  таш барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим

Иҫкәрмә: мүк еләген ашҡаҙан сей яраһы менән  ауырыусыларға ҡулланырға ярамай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас