Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраль 2025, 18:33

Саналар парады үтте

Ауыл халҡының күркәм байрамына әүерелгән ул.

Саналар парады үттеСаналар парады үтте
Саналар парады үтте

Ишембай районының Смаҡай ауылында бишенсе тапҡыр ойошторолдо был байрам. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәктәп менән  уҙғарылған сара быйыл да бик күңелле килеп сыҡҡан. Әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар, мәктәп уҡыусыларының тырышлығы менән биҙәлгән саналар күргәҙмәлә урын алған. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә апай Насирова ғына ла өс сана биҙәгән.

-Ҡатын-ҡыҙҙар советының маҡсаты ярыштар, уйындар үткәреү генә түгел, саналарҙың тарихы тураһында ла һөйләү ине. Элек саналарҙы ҡулдан эшләүҙәре тураһында белеү балаларға ҡыҙыҡлы булды. 80 йыл атайҙар тимерҙән эшләгән саналарҙы ла алып барҙыҡ, ағас саналарҙы ла күрергә мөмкин ине.  Уҡыусылар саналар тураһында йомаҡтар систе, “Ҡар ташыу”, “Ат сабышы”, “Паровоз” уйындары уйнаны. Балаларға тәмле күстәнәстәр ҙә таратып уларҙың күңелен күрҙек, – тип һөйләне ул.

Ҡыш миҙгеленең күркәм бер байрамы булып балаларҙың хәтерендә ҡалыр ул.

Фото Фәүзиә Насированыҡы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас