Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраль 2025, 16:39

Иманлылыҡ, әҙәп тамғаһы

1 февраль - Бөтә донъя хиджәб көнө.  Яулыҡты матур итеп ябыныуҙың ябай ғына ысулын үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ.

Иманлылыҡ, әҙәп тамғаһыИманлылыҡ, әҙәп тамғаһы
Иманлылыҡ, әҙәп тамғаһы

1 февраль - Бөтә донъя хиджәб көнө.  Яулыҡты матур итеп ябыныуҙың ябай ғына ысулын үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Ошо көн уңайынан билдәле шағирә, журналист Айһылыу Ғарифуллинаның шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Яулыҡлы ҡыҙ

Яулыҡлы ҡыҙ үтте яндарымдан –
Ҡараштары ергә төбәлгән.
Сүбхәналлаһ, тиеп тороп ҡалдым –
Имандары булһын теүәлдән!


Яулыҡ, яулыҡ! Ярты метр сепрәк –
Тәҡүәлек, иман билдәһе.
Ярым шәрә йөрөй һинән яҙып,
Мең-мең апай-һеңле илдәге.


Яулыҡ, яулыҡ! Ғәүрәт өсөн япма,

Фарыз минең, һинең өсөн дә.
Яулыҡ ябын, әй мосолман ҡатын –
Ошо ғына килер көсөңдән.


Яулыҡ, яулыҡ! Сепрәк кенә түгел,
Иманлылыҡ, әҙәп тамғаһы.
Ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ ябынһалар,
Ир-ат булыр илдең ағаһы.


Яулыҡлы ҡыҙ үтте яндарымдан –
Доға ҡылып ҡалдым артынан:
“ Яулыҡлы ҡыҙ, түбәтәйле улдар
Насип итһен Аллам халҡыма!”

Айһылыу Ғарифуллина.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас