Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә һис кем зыян күрергә тейеш түгел, тиелә динебеҙҙә. Әҙәм балаһын йәберләү, рәнйетеү - гонаһ.
Был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең "Өсәүҙең доғаһы кире ҡағылмаҫ, ҡабул ителер: ураҙа тотоусының ифтар мәлендәге, ғәҙел хөкөм итеүсенең һәм йәберләнгән кешенең", - тигән хәҙисе бар.
Әгәр кемделер рәнйеткән икәнһегеҙ, ошо доғаны уҡый һалығыҙ:
"Аллааһүммә фәьәййүмәә мүьминин сәбәбтүһүү фәджғәл ҙәәликә ләһүү ҡурбәтән иләйкә йәүмәл-ҡийәәмәһ".
Мәғәнәһе:
"Эй Аллаһ! Берәй мөьмингә тел тейҙергән булһам, шуны (йәғни тел тейҙереүемде) уның өсөн Ҡиәмәт көнөндә Үҙеңә яҡынлау ҡоралы ит!"
Февраль айына намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды).
Автор фотоһы.