Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
31 Ғинуар 2025, 14:24

Бер ауылдан күпме балаҫ оҫтаһы!

Улар конкурстарҙа ла алдынғылыҡты бирмәй

Бер ауылдан күпме балаҫ оҫтаһы!Бер ауылдан күпме балаҫ оҫтаһы!
Бер ауылдан күпме балаҫ оҫтаһы!

Миәкә районының Боғҙан ауылы борондан балаҫ оҫталары менән данлы булған, ләкин бер осор был һөнәр һүрелеп ҡалған. Ә бына һуңғы 10 йылда онотолған кәсептәр, шул иҫәптән аҫалы балаҫ һуғыу шөғөлөнә йәнә йән өрәләр. Бөгөн был ауылда береһенән-береһе оҫтараҡ итеп балаҫ һуҡҡан апайҙар-еңгәләр күбәйгәндән-күбәйә.

Уларҙың береһе Зәлифә Янышева хаҡлы ялға сыҡҡас,  электән күңелендә йөрөткән, яратҡан шөғөлөнә тотонған. Бик күп, күҙҙең яуын алырлыҡ Дим буйы биҙәктәре һалынған уның аҫалы балаҫтарына.  Сепрәктән аяҡ аҫтына йәйергә  тар ғына итеп һуғылған эштәре лә, диван- карауаттарға япмалары ла бар.  Ул үҙе иләгән һарыҡ йөнөн матур-матур төҫтәргә манып эшләй. Шуға уның балаҫтары айырыуса зауыҡлы, затлы килеп сыға.  

  Фирүзә Әһлетдинова был һөнәргә әсәһенән  өйрәнгән.  Ул да байтаҡ балаҫтар һуҡҡан,  әле лә эш өҫтөндә. Уның балаҫтарында ла Зәлифә ханымдыҡы кеүек "Баҙыян", "Самауыр тояғы ", "Батмус ", "Йондоҙ" һәм башҡа биҙәктәр  урын алған. Фирүзә эшләгән балаҫтар  эш станогынан  төшөү менән хужаһын таба.  Уны ауылдаштары  "Аҫалы балаҫ оҫтаһы " тип йөрөтә. Ул Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында уҙғарылған "Быуаттарҙы бәйләүсе  еп"    республика  конкурсында ҡатнашып, оҫталар араһында тиҙлеккә ярышып,икенсе урын яулаған.   Фирүзәнең был кәсебе   ярайһы ғына килем дә килтерә.   

   "Һарыҡ  йөнөн иләп, төрлө төҫтәргә манып, һуҡҡан ике  иңле аҫалы балаҫтар 60-70 мең,  өс иңлеләре 80-100 меңлек була" –ти ауылдың йәнә бер оҫтаһы Әнфисә Латипова. Ул күп балалы әсә, уның балаҫтары ҡыҙҙарына, килендәренә  бүләккә китеп тора. Өлгөр ханым йылына бер аҫалы, бер сепрәк балаҫын эшләп өлгөрә. 

   Иң йәш аҫалы балаҫ һуғыу оҫтаһы – Миңленур Ғатауллина. Ул эшен башлағанға  бер йылдан ашыу ғына булһа ла, үҙен күрһәтеп өлгөргән. Әлшәйҙәге конкурста ул яңы эш башлаусылар араһында алдынғылыҡты яулаған. Бындай конкурстар оҫтаның эшен шымарта, байыта,  яңы үрҙәргә илһамландыра.

–Беҙҙең район аҫалы балаҫтар һуғыу буйынса грант отоп, район үҙәгендә былтыр  ошо йүнәлештә "Тере кәсептәр” тигән үҙәк тә асты. Теләгәндәр килеп ошо шөғөлгә өйрәнә ала.  Әле лә ул уңышлы эшләй. Беҙҙең оҫта ҡыҙҙарыбыҙҙың эштәре ундағы күргәҙмәләргә лә ҡуйылды, – тип һөйләне Боғҙан уңғандары.  

Балаҫ һуғыу оҫталары үҙҙәре белгәнде  балаларына,  йәштәргә, уҡыусыларға өйрәтә. Был табышлы, мауыҡтырғыс  кәсеп менән  егәрле апайҙар ауыл данын да күтәрә.

 Фотолар “Димкәй” фольклор ансамбле архмвынан.

Миәкә районы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас