+24 °С
Ямғыр
Мәсетте сәләмләү намаҙын иман йортона килеп, инеп ултырғансы, ундағы кешеләр менән күрешеп, сәләм биргәнсе уҡырға кәрәк. Уны «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн мәсет намаҙы уҡырға ниәт иттем» тип, ике рәҡәғәт итеп уҡырға. Уны уҡыу – пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте (Бүхари, Мөслим, Тирмиҙи, Нәсәи, Хәким).
Тик мәсет намаҙын иртәнге намаҙ мәлендә, ҡояш сыҡҡан ваҡытта, шулай уҡ икенде намаҙынан алып аҡшам намаҙына тиклем уҡырға ярамай.
Йома намаҙына ниәтләнеп килгәндә, мәсет намаҙы уҡыла. Мәсетте күреп, хәйер һалып сығырға теләһәгеҙ ҙә, мәсет намаҙы уҡығыҙ.
АВТОР фотоһы.