Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
29 Ғинуар 2025, 17:27

Аҡса һеҙҙе яратһын өсөн, ни эшләргә?

Саҡ ғына һыҙғара башлаһаң, һыҙғырма, аҡсаң булмаҫ, тиҙәр.

Аҡса һеҙҙе яратһын өсөн, ни эшләргә?Аҡса һеҙҙе яратһын өсөн, ни эшләргә?
Аҡса һеҙҙе яратһын өсөн, ни эшләргә?

Күптәр, аҡса юҡ, юҡ, тип зарланырға ярата. Баҡһаң, ундай кешеләрҙе аҡса яратмай, ҡасып китә икән. Шуға бер ҡасан да аҡса юҡлыҡҡа зарланмағыҙ.

Борон-борон ата-бабаларыбыҙҙан  килгән аҡсаға бәйле бик күп ышаныу-һынамыштар ҙа бар. Моғайын, уларҙың файҙаһы барҙыр. Уларға ла  иғтибар итмәй ҡалмағыҙ.

Саҡ ғына һыҙғара башлаһаң, һыҙғырма, аҡсаң булмаҫ, тиҙәр.

Юлда, юл сатында ятҡан аҡсаны алырға ҡушылмай. Кемдер тормошондағы насарлыҡтан ҡотолорға теләп, ташлауы ла мөмкин.

Кискеһен бурысҡа аҡса бирмәгеҙ, бурысығыҙҙы кис ҡайтармағыҙ.

Йортоғоҙҙа һәр ваҡыт аҡсағыҙ мул булһын тиһәгеҙ, тишек кейем кейеп йөрөмәгеҙ, крандан һыуығыҙ ағып тормаһын.

Ә һеҙ үҙегеҙ ниндәй ышаныу-юрамыштар беләһегеҙ, дуҫтар?

Иң мөһиме – аҡсаға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә, ыңғай уй-ҡарашта  булығыҙ, шунда аҡсағыҙ артып китәсәк!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас