Баймаҡ районы Сосновка ауылында йәшәүсе Рәүфә Басыр ҡыҙы Вәхитова үҙ өйөндә милли мөйөш булдырған.
Рәүфә сығышы менән Әлшәй районынан, 1957 йылда тыуған. Атаһы Басыр Шәймырҙанов 17 генә йәшендә Бөйөк Ватан һуғышына китә. Будапештҡаса барып етә. Әсәһе Миңниса Ғимулла ҡыҙы колхозда баҫыуҙа эшләй. Биш бала тәрбиәләп үҫтерә улар. Ғаиләлә икенсе бала булған Рәүфә «Механизация иҫәбе» буйынса урта-махсус белем ала, Әлшәй мәғариф бүлегендә статист-иҡтисадсы булып эшләй. Ҡазан ҡалаһында финанс бүлегендә тәжрибә туплай. 1983 йылда һалдат Хәбибулла Вәхитовты осрата һәм 1984 йылда өйләнешеп, Сосновка ауылына килеп төпләнәләр. Хәбибулланың атаһы Абдулла менән—20, әсәһе Сәрүәр менән 32 йыл бергә тороп, уларҙы ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙаталар.
Рәүфә килен булып төшкән Сосновка ауылында мәктәптә китапханасы булып хеҙмәт юлын дауам итә, уның эш стажы—23 йыл.
Ире менән 2 балға ғүмер бирәләр. 1986 йылда тыуған ҡыҙҙары Зөлфирә ун айында ғына мәрхүм булған. 1988 йылғы улдары Хәйрулла юғары уҡыу йортонда «Ауыл хужалығы механигы» һөнәрен алған.
Вәхитовтар бөгөн мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөп, баҡса үҫтереп йәшәй.
Хужабикә башҡорт-татар стилендә өйөндә мөйөш булдырған. Был матурлыҡ вәхитовтар йортона килгән һәр бер кешене ҡыуандыра, йәлеп итә. Мөйөшкә ҡуйылған әйберҙәр Хәбибулла Абдулла улының нәҫеленән килгән ҡомартҡылар. Рәүфә Басыр ҡыҙы ҡайны-ҡәйнәһен оло ихтирам менән иҫкә ала.
—Түрҙә улдары менән ҡайным ултыра торғайны, ситтәрәк, самауыр янында, ҡәйнәм килендәре һәм ҡыҙҙары менән,—тип хәтеренә төшөрә ул.
Урындыҡҡа түшәлгән кейеҙ түшәк, башҡорт орнаментлы юрғандар, сигелгән яҫтыҡтар, ҡорамалар, биҙәкле йөн балаҫтар интерьерға йәм, ҡот бирә. Сигеүле таҫтамал, байрамса өҫтәл ябыуы, һандыҡ өҫтөнә ябылған селтәр, милли һауыт-һаба—барыһы ла матур.
—Был уй Халыҡ-ара берҙәмлек көнө тыуғайны, шул идеямды тормошҡа ашырып, өйөмдә милли мөйөш булдырҙым,—ти Рәүфә Басыр ҡыҙы.
Бына шундай һоҡланғыс, үҙенсәлекле кешеләр йәшәй Сосновка ауылында.
Фәриҙә Исмәғилева.
Гөлдәр Латыпова фотолары.