Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Ғинуар 2025, 11:40

Дәррәү тауыш бирҙеләр

 Алмалыҡ ауылында йәшәүселәрҙең “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу буйынса алдан йыйылышы үткәрелде.

Дәррәү тауыш бирҙеләрДәррәү тауыш бирҙеләр
Дәррәү тауыш бирҙеләр

Башта Башҡортостан Республикаһында урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән ижтимағи инфраструктураны үҫтереү проекттарын ғәмәлгә ашырыу тураһында мәғлүмәт тыңланды.

Ауыл биләмәһе башлығы Илмир Латипов ауылдаштарын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһының асылы һәм ауыл биләмәһе­нең уҙған йылдарҙағы әлеге программала ҡатнашыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Шулай ук бөгөнгө көндә ауыл биләмәһендәге социаль һәм инфра­структура проблемаларына һәм уларҙы хәл итеү юлдарына күҙәтеү яһал­ды.

Йыйылышта программала ҡатнашыу өсөн беренсе сираттағы пробле­маны (проектты) һайлау буйынса “Алмалыҡ ауылы зыяраты ҡоймаһын капиталь ремонтлау”, “Баҡса урамы буйынса юлды ремонтлау”, “МТЗ 82.1 тракторы һатып алыу” кеүек тәҡдимдәр яңғыраны.

Халыҡ бер тауыштан 2025 йылда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға тигән ҡарарға килде.

Дөйөм йомғаҡлау йыйылышына әҙерлек планы билдәләнгән.

Эльвира БАЙБУЛАТОВА.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас