Башгидромет хәбәр итеүенсә, аҙна аҙағына республикала һауа шарттары йәнә үҙгәрә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 23 ғинуарҙа иң һыуыҡ төн булды, һауа температураһы 23 градусҡаса түбәнәйҙе, аяҙытҡанда -33-кә тиклем етте. Шуға ҡарамаҫтан, аҙна аҙағында Башҡортостанда һауа температураһы йәнә күтәрелә. 25 һәм 26 ғинуарҙа көндөҙгө температура -9,-14 градус тәшкил итәсәк. Аяҙлы-болотло һауа торошо күҙәтеләсәк, ел көньяҡтан, талғын.
Февраль башында республикала еңелсә һыуыҡтар көтөлә. Дөйөм алғанда, февралдә көслө һыуыҡтар көтөлмәй: Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, февралдә Башҡортостанда уртаса температура -6,-9 градус, төндә Цельсий буйынса -10,-13. Көндәр башлыса болотло торасаҡ.
Яҡынса фаразға ярашлы, мартта һауа температураһы нормаға ярашлы була (норма -5,1 градус тәшкил итә).
Төбәк ғалимдары билдәләүенсә, Башҡортостанда йылы ҡыштар йышыраҡ була башланы. Был глобаль йылыныуға бәйле. Быйыл ҡыш ҡаты һыуыҡтар ҡыҫҡа ваҡытлы була һәм «ультраполяр» тирбәлеүҙәр ваҡытында ғына булыуы ихтимал.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.