Таңһылыу Ғизәтуллина, "Кескәйҙәр" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Һәүәләй ауылы:
- “Даирә” гәзитенең 1-се һанын ҡулыма алып тәүге битендә хәбәрсе Розалия Назарованың “Күмәкләп теләгән теләк ҡабул була” мәҡәләһендә яҡташтарым тураһындағы мәҡәләне уҡып, фотолағы таныш йөҙҙәрҙе күреп ҡыуандым. Артабан был мәҡәлә аҫтындағы гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыуҙа үҙ фамилиямды ла күреп ҡалып, ҡыуанысым икеләтә артты. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бүләк алып шатлыҡ кисереүемә өмөтөм бар ине. Сөнки, беренсенән, уҙған йылда ял итергә барғанда үҙем Йылан йылында тыуғанға шул йылдың сувенирын алып ҡайтҡайным. Баҡтиһәң, 2025 йыл Йылан йылы булған икән. Бынан тыш, 2025 йылға йондоҙнамәлә күңелле тулҡынланыуҙар булыуы ихтимал – бүләк алып ҡыуанырһығыҙ, тип яҙылғайны. Район гәзите менән элек электән хеҙмәттәшлек иттем, шуға күрә миңә яҡын тип әйтә алам. Мәктәптә уҡығанда уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рим Исхаҡов беҙгә дәрес биреп кенә ҡалманы, шиғыр яҙырға ла өйрәтә торғайны. Шунан һуң бик күп шиғырҙарым гәзит биттәрендә баҫылып сыға ине.
Үҙемде белә-белгәндән алып гәзиттән айырылғаным юҡ. Был юлы гәзитле лә, бүләкле лә булдым. Район гәзитенә яҙылыусылар араһында уйнатылған лотереяла ҡатнашҡаным булды. Ләкин бүләк оторға форсат теймәне. Кем белә, бәлки, бәхет был юлы йылмайып ҡуйыр, тип тағы квитанциямды ебәрҙем. Һәм бына миңә лә өлөш төштө,- тип йылмая Таңһылыу Шмет ҡыҙы.
- Гәзит килеү менән бер мәҡәләне лә ҡалдырмай уҡып сығам. Бигерәк тә бөгөнгө көндә көнүҙәк булып торған илһөйәрлек темаһына нығыраҡ иғтибар итәбеҙ. Яҡташ яугирҙәребеҙ тураһындағы мәҡәләләрҙе уҡып, улар менән ғорурланабыҙ, һау-сәләмәт булып, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп ултырабыҙ. Гәзит биттәренән райондаштарыбыҙҙың матур тормоштары тураһында беләбеҙ, хикәйәләр уҡып рухи аҙыҡ та алабыҙ, файҙалы кәңәштәре лә бик урынлы. Ғөмүмән, гәзиттең йөкмәткеһе оҡшкай. Һеҙгә уңыштар, гәзиттең уҡыусылары тағы ла артыуын теләйем,- ти ул.
Шундай тоғро уҡыусыларыбыҙ булғанға шатбыҙ. Башҡа гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла квитанцияларын ебәреп, үҙ бәхеттәрен һынап ҡарарға саҡырабыҙ.