Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Ғинуар 2025, 10:43

Гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк?

Гәзит уҡыусыларҙан йылы һүҙҙәр ишетеүе күңелгә дәрт бирә

Гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк?Гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк?
Гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк?

Рөстәм Хәсәнов, Үтәгән ауылы:

- Бүләгегеҙҙе алдым, ҙур рәхмәт редакция хеҙмәткәрҙәре. Яы йылда ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйем.

Был беҙҙең беренсе бүләк түгел. Беренсе мәртәбә биш-алты йыл элек сәй сервизы отҡайныҡ.

Гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк? Элек-электән гәзитте алдырам. Тәүҙә “Хеҙмәт даны” килде, бөгөнгө көндә “Даирә” гәзитен алдырабыҙ. Ҡулыма алғас та һәр битен ентекләп уҡып сығам. Гәзиттәге һәр мәҡәлә ҡыҙыҡлы, бөтә яңылыҡтар, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында ла мәғлүмәт бар. Заманына күрә шундай шәп йәштәр барлығын беләбеҙ. Халыҡтың берҙәм йәшәүен, файҙалы эштәр башҡарыуын, дини йолаларыбыҙҙы күтәреүҙәрен күрәбеҙ, ғорурланабыҙ,- ти Рөстәм Рифҡәт улы.

Беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас