Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Ғинуар 2025, 10:14

Бизнес-омбудсменды хәҙер Инвестпортал аша саҡырырға мөмкин

"Яңы сервис контроль-күҙәтеү органдары тарафынан тикшереүҙәр барышында бизнесҡа үҙен ышаныслыраҡ һәм яҡлаулыраҡ тойорға ярҙам итер, тип ышанабыҙ".

Бизнес-омбудсменды хәҙер Инвестпортал аша саҡырырға мөмкинБизнес-омбудсменды хәҙер Инвестпортал аша саҡырырға мөмкин
Бизнес-омбудсменды хәҙер Инвестпортал аша саҡырырға мөмкин

Башҡортостан Республикаһы Инвестпорталының “Контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге” бүлеге яңы форма менән тулыланды, тип хәбәр итә Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш төбәк министрлығы. Хәҙер эшҡыуарҙар эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса Вәкилде профвизитҡа саҡырыуға йәки үҙ бизнесын тикшереүгә ғариза ебәрә ала. Һанлы сервистарҙы үҫтереү “Мәғлүмәттәр иҡтисады“ милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) маҡсаттарының береһе.

– Контроль саралар ваҡытында бизнеста асыҡлыҡты тәьмин итеү мөһим, сөнки был эшҡыуарҙарға хоҡуҡтарын боҙоуға тиҙ арала яуап бирергә мөмкинлек бирә. Шуға бәйле Инвестпорталда эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса Вәкил саҡырыуына ғариза биреү мөмкинлеге тормошҡа ашырылды, профвизитҡа һәм консультацияға яҙылыу функциялары, шулай уҡ ялыу биреү мөмкинлеге өҫтәлде, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Ғариза ебәрер өсөн төбәк Инвестиция порталының “Контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге” бүлегенә инергә йәки һылтанмалар менән файҙаланырға кәрәк.

– Контроль саралар үткәреү барышында бизнес өсөн асыҡлыҡ булдырыу, шулай уҡ эшҡыуарҙарға хоҡуҡтарын боҙоуға тиҙ арала яуап биреү өсөн яңы инструмент булдырылған. Шуны иҫтә тотоу мөһим: эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары закон менән яҡланған, һәм беҙ уларҙы был процеста яҡларға әҙербеҙ. Яңы сервис контроль-күҙәтеү органдары тарафынан тикшереүҙәр барышында бизнесҡа үҙен ышаныслыраҡ һәм яҡлаулыраҡ тойорға ярҙам итер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Вәкил Ирина Абрамова.

Фото: upp.bashkortostan.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас