Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
22 Ғинуар 2025, 15:34

Февраль ниндәй буласаҡ?

Был айҙың атамаһы - шаҡай. Шаҡырайтып туңдырырмы икән?

Февраль ниндәй буласаҡ?Февраль ниндәй буласаҡ?
Февраль ниндәй буласаҡ?

Синоптиктар алдан фаразлап, шулай ти: февраль йыл һайын йомшағыраҡ була бара. Ни тиһәң дә, ҡыштың һуңғы айы. Тик унан һуңғы буранай ҙа бар бит әле. 

Быйылғы февралдә -20 градустан да һыуыҡ булмаҫ, тиҙәр. Ҡары арыу ғына яуыр, бәлки. Шуға ла ҡояш тағы ла күберәк болот артында йөрөр)))

World-weather сайтынан күренеүенсә, айҙа уртаса көн торошо шундай: төнөн -15 градус тирәһе, көндөҙ -7 градус.

PogodaMail, Yandex.pogoda порталдарында ла февраль - болотло һәм тотороҡло ҡарлы.

Нимәһе яҡшы, әлегә аномаль температура фаразланмай. Шаҡырайтмаясаҡ, йәғни.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас