Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Ғинуар 2025, 16:24

Уларҙы өйҙә һаҡларға ярамай...

Бәхетһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ һәм ауырыуҙарға килтереүсе әйберҙәр бар.

Уларҙы өйҙә һаҡларға ярамай...Уларҙы өйҙә һаҡларға ярамай...
Уларҙы өйҙә һаҡларға ярамай...

Уларҙы өйҙә һаҡларға ярамай:
1. Иҫке чектар, билеттар, ҡағыҙ киҫәктәре, кәрәкмәгән визиткаларҙан таҙартығыҙ сумка, кеҫә һәм тартмаларығыҙҙы.
2. Туҡтаған сәғәтте йә йүнәтергә бирергә, йә сығарып ташларға кәрәк.
3. Фотоальбомдарығыҙға "ревизия" яһап алығыҙ. Күңелегеҙгә ятмағандарын шунда уҡ утҡа яғыу кәңәш ителә.
4. Өйҙә ярыҡ йә сатнаған быяла өлгөләре, көҙгө, һауыт-һаба булырға тейеш түгел.
5. Иҫке гәзит-журнал, таушалып бөткән сумка, йыртыҡ кейем-һалым, эшлектән сыҡҡан техника, яҙмаған ручка кеүек әйберҙәр тоторға ярамай өйҙә.
6. Иҫке һеперткеләрегеҙҙе хәҙер үк сығарып ташлағыҙ.
7. "Үле" әйберҙәр, мәҫәлән, кипкән ҡамыш йә бүтән төрлө ҡороған үҫемлектәр, йөн, мөгөҙ, кипкән күбәләк, бөжәктәр һаҡламағыҙ йәшәгән ерегеҙҙә.
8. Янмаған лампочкаларҙы, көсө бөткән батарейкаларҙы ла сүплеккә ырғытығыҙ

https://vk.com/club158369328?from=search&w=wall-158369328_519

Автор:
Читайте нас