Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
21 Ғинуар 2025, 06:07

Ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында оҫта ҡуллылар бихисап: кемдер матур бәйләй, икенселәр килешле итеп тегә, бәғзеләр иһә сигергә ярата. Иҫке Бәпес ауылынан Филюзә Шахморатоваға быларҙың бөтәһе лә хас. Уның эшләгән ҡул эштәре һоҡланыуға лайыҡ.

Ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәйҠул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй
Ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй

Филюзә апай сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Юл ауылынан. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә был ауыл юҡ. 1965 йылда уның ғаиләһе Иҫке Бәпес ауылына күсеп килә. Филюзә апай урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы төҙөлөш училищеһына уҡырға инеп, штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә. Һөнәр алып сыҡҡас, Өфө ҡалаһында төҙөлөштә эшләй. Ҡәҙерле кешеһе - әсәһе яңғыҙ ҡалғас, 1981 йылда ауылға ҡайта. Ауылға ҡайтҡас Карл Маркс исемендәге колхозға ашнаҡсы  булып эшкә урынлаша. Унда бер нисә йыл эшләгәндән һуң һөнәрен урындағы балалар баҡсаһында дауам итә. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәп-интернатында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй.

- Ҡул эшен бәләкәстән яраттым. Күңелемә ятҡан ҡул эштәрен йөрәк йылымды ҡушып бәйләйем. Ҡулымдан бәйләмем төшкәне юҡ, - тип хужабикә өҫтәлгә береһенән-береһе матур әйберҙәрен теҙҙе.

Бәйләү кеше өсөн ял итеүҙең бик файҙалы бер ысулы ла. Ҡул эше тынысландыра һәм ниндәйҙер бер рәхәтлек бирә.

- Бәләкәйҙән бәйләм бәйләргә, тегергә өйрәндем. Шулай итеп тәүҙә еңелерәк әйбер бәйләй инем, һуңынан оҙон-оҙон шарфтар, кардигандар, күлдәктәр бәйләй башланым. Һәр бер эшләгән әйберемде төрләндереп эшләргә тырышам. Шарфтарҙы хәҙер ике осон тоташтырып, төрлөсә биҙәкләп бәйләйем, - тип дауам итте ул.

Уның ҡул эштәре, ысынлап та, һәр кемдең күңелен әсир итерлек. Энә-ыр­ғаҡтар менән бәйләнгән шәл булһынмы, кофта-күлдәктәр, башлыҡтар, ойоҡбаштар, тапочкалар, мендәр тыштары, диван, ултырғыс япмалары тиһеңме... Өйҙәренә килгән һәр кемде лә буш сығармай, үҙ ҡулдары менән бәйләгән әйберҙәрен бүләк итеп бирә. Был ғына ла түгел, теген машинаһында махсус ептәр менән кәрзин дә тегә икән. Яңы йыл байрамына ейән-ейәнсәрҙәренә йәшел ептән шыршы бәйләп ултыртҡан, пластмасс һөт һауыттарынан фонарҙар эшләгән. Филюзә апай махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән күпләп ойоҡбаштар ҙа бәйләгән. Үҙем бәйләгәндәргә ҡушып, магазиндыҡын да ебәрәм, ти ул.

Филюзә Ғәриф ҡыҙы Иҫке Бәпес ауылының тырыш, уңған егеттәренең береһе Зөлфәр Зиннур улы менән ғаилә ҡороп, матур, татыу ғүмер кисерәләр. Зөлфәр ағай тәүҙә тыуған колхозында эшләй, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы Ишембай нефть эшкәртеү заводында газ менән иретеп йәбештереүсе булып хеҙмәт итә. Шахморатовтар икеһе лә егәрле, уңған, тик тормаҫ кешеләр. Бар эшкә лә булдыҡлылар, бар эште лә бергәләп башҡаралар. Баҡса үҫтереү оҫталыҡтары ла, ҡош-ҡорт үрсетеү ҙә - уларҙың яратҡан шөғөлө. Тәҙрә төптәрендә шаулап сәскә атып ултырған гөлдәре кешенең иғтибарын әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итә. Булдыҡлы хужабикә, йорт-ихата тирәһендәге ваҡ-төйәк эштәргә лә өлгөрә, аш-һыуға оҫта. Баҡсаһындағы йәшелсә-емешенән ҡышҡылыҡҡа компоттар эшләй, ҡыяр-помидорын тоҙлап ҡуя, төрләндереп салаттар эшләй. Баҡса емешенән тәмле-татлы ризыҡтар бешереп, яҡындарын һыйлай. Филюзә апай өйҙәге китаптарына ла саң ҡундырмай.

- Китап – ул рухи аҙыҡ. Ҙур кинәнес менән башҡорт, рус һәм башҡа халыҡ әҙәбиәтен дә яратып уҡыйым. Китап уҡығандың күңеле нурлы була, ти торғайнылар. Уҡыған һайын китаптың икһеҙ-сикһеҙ ғаләм икәнлегенә төшөнәм, - ти ул.

Шахморатовтар дүрт баланы тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығаралар. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап тырыш, хәстәрлекле, эшһөйәр. Оло улдары Илгиз ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәй. Ҡатыны Рина менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Әйткәндәй, Илгиз махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып хәл-ваҡиғалар уртаһында. Атай-әсәйгә, яҡындарына сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, ғәзиздәренең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Улдары Зөлфәт Себер тарафтарында Мирный ҡалаһында вахта ысулы менән эшләй. Тормош иптәше Динә менән ике малай үҫтереп, Ҡырмыҫҡалы ауылында матур донъя көтәләр. Кесе улдары Зимфир ҡатыны Илнара менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Зимфир һаҡ зонаһында эшләп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Уның ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Ҡыҙҙары Гөлсәсәк күптән түгел кейәүгә сығып, Саха Республикаһының Мирный ҡалаһында йәшәй.

Урындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.

Бөгөнгө көндә Филюзә апай менән Зөлфәр ағай туғыҙ ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле, иғтибарлы өләсәй һәм олатай. Ейәндәре уларға йыуаныс та, йәшәү мәғәнәһе лә.

Йәшәйешебеҙҙе күҙҙең яуын алырлыҡ ижади эштәре менән биҙәгән, һәр яҡлап уңған кешеләр күңелдәргә дәрт, ҡыуаныс ҡына өҫтәй. Улар ауылыбыҙҙың йәме, киләсәге.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас