Республикала бишенсе йыл ҡышҡы каникулдарҙа “Яңы йыл ғаилә уйындары” ойошторола. Уның маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты даими физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Ярыштар өс этапта: мәктәп, муниципаль һәм төбәк этаптарында уҙғарыла.
Мәктәп этабында еңеүсе ғаилә командалары уҙған аҙнала район үҙәгендә муниципаль этапҡа йыйылды. Уйындарҙа өс кешенән, атай, әсәй һәм баланан торған 15 ғаилә ҡатнашты. Ғаилә командалары спорт ярыштарында үҙҙәренең етеҙлектәрен һәм көсөн, зирәклеген, сослоғон, берҙәмлеген күрһәтте. Ярышта ҡатнашыусы ғаиләләр төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ярышты: теннис тубын сәкән менән йөрөттөләр, артабан обруч менән йүгерҙеләр, “Бобслей” эстафетаһында ярыштылар һәм башҡа күңелле дисциплиналарҙа үҙ көсөн һынанылар. Спортсылар һәр ҡайһыһы еңеү өсөн бар көсөн һалды. Ярыштарҙың һәр этабында ҡатнашыусыларыбыҙҙы көйәрмәндәр хуплап, дәртләндереп торҙо. Сара йомғаҡ яһау һәм бөтә ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды. Саф һауала уҙған был уйын балаларға ғына түгел, атай-әсәйҙәрҙең үҙҙәренә лә оҡшай. Ни тиһәң дә, донья мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, бергәләп уйнап, ял итеү - ғаиләне берләштереүсе ҡыуаныслы бер мәл.
Ҡыҙыҡлы ла, көсөргәнешле ярышта иң күп мәрәйҙе Ҡабаҡ ауылынан Тимур, Айгөл һәм Морат Мортазиндар йыйҙы. Мортазиндар ғаиләһе 31 ғинуарҙа Өфөнөң “Динамо” стадионында үткәреләсәк төбәк этабында район данын яҡлаясаҡ. Уларға республика кимәлендә лә уңыштар юлдаш булыуын, талмаҫ ҡанат һәм еңеү теләйбеҙ.
Был ғаилә матурлығы, уңғанлығы һәм спорт менән дуҫ булыуы менән айырыла. Айгөл Радик ҡыҙы Һалйығот ауылында тыуған. Ҡабаҡ мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында белем ала. Һөнәр алып сыҡҡас, Мокроусово икмәкханаһында икмәк бешерә, Ҡабаҡ ауылының бер кафеһында ашнаҡсы, шәхси эшҡыуар Олеся Әминеваның балалар туҡланыуы комбинатында технолог була. Бынан тыш, Айгөл журналистикала ла үҙен һынай. Бөгөнгө көндә ҡала ситендәге «Фазенда» клубында ашнаҡсы булып эшләй.
Өфөлә уҡыған осорҙа Миәкә районы егете Тимур менән танышып, 2009 йылда сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Йәштәр ҡаланан ауылға ҡайтырға ҡарар итәләр һәм тәүҙә Һалйығот ауылында Айгөлдөң әсәләре менән бер йортта йәшәйҙәр. Һуңынан “Йәш ғаилә” программаһы сиктәрендә Ҡабаҡ ауылынан ер алалар. Мортазиндар үҙ көстәре менән матур, ҙур йорт һалып сығалар. Баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Тәүге йылдарҙа ҡураларында кәзә, сусҡалар аҫрайҙар, бал ҡорто тоталар. Бөгөнгө көндә йомортҡа һалыусы тауыҡтар, йәйен күпләп бройлерҙар аҫрайҙар.
Күп балалы Мортазиндар ғаиләһендә Амираслан, Морат һәм Раяна исемле балалар үҫә. Амираслан Ҡабаҡ лицейының 8-се класында уҡый, Морат 4-се класта белем ала, ә кескәй Раяна “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһына йөрөй. Балалар уҡыуҙа ла, спортта ла, мәҙәни сараларҙа ла тырыштар, әүҙемдәр. Амираслан “Урал” спорт клубында көрәш менән шөғөлләнә, волейбол секцияһына йөрөй. Морат – футболсы, физкультура буйынса Гагарин кубогының республика этабы еңеүсеһе. Малайҙар бәләкәйҙән аталары менән балыҡ ҡармаҡларға йөрөргә яраталар.
- Уҙған йылда был ярыш буйынса мәктәп этабында 2-се урын алдыҡ. Быйыл 1-се урын яулап, муниципаль этапта беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ. Ҡышҡы ғаилә уйындары шаулап-гөрләп бик матур үтте. Саф һауала күңелле ял ойошторғандар, конкурстар ҙа ҡыҙыҡлы булды. Бөтәһе лә оҡшаны. Ғаилә менән күңелле ял иттек, иҫ киткес тәьҫораттар алдыҡ. Һәр ғаилә сәмләнешеп кемуҙарҙан ярышты. Беҙ еңеүгә өмөтләнмәгәйнек. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - ҡатнашыу. Бынан тыш, бер конкурста аяғымды ҡаймыҡтырҙым. Шуға ҡарамаҫтан, яҡындарымдың ышанысын аҡларға тырышып, ауыртыныуҙарға түҙеп, бар көсөмә финишҡа барып етергә тырыштым. Улыбыҙҙың еңеүгә ышанысы көслө булғандыр, муниципаль этапта беренсе урынға лайыҡ булдыҡ. Республика ярыштарында ла һынатмаҫбыҙ тип уйлайбыҙ. Ярыштарға әҙерлек күнегеүҙәре эшләйбеҙ. Һәр иртәбеҙ иртәнге гимнастика менән башлана.
Беҙ - спорт һөйөүсе ғаилә. Мәктәптә, балалар баҡсаһында, бынан тыш район кимәлендә үткәрелгән төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашабыҙ. Ғаиләбеҙ менән Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итәбеҙ, йәйен туп тибәбеҙ, ҡышын саңғыға баҫабыҙ, хоккей уйнайбыҙ, - ти Айгөл Радик ҡыҙы.
Бындай уйындар балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Был спорт төрөнөң популярлаша барыуы шуны иҫбатлай. Ғаиләләрҙең артабан да спорт менән дуҫ булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Фирүзә Мостафина, Ҡабаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы:
- Ишле, татыу Мортазиндар ғаиләһе әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Ғаилә - ышаныслы, ярҙамсыл, намыҫлы, талантлы. Был ата-әсәләр менән эшләүе бик еңел, мәктәптә, класта үткәрелгән һәр сараның уртаһында ҡайнайҙар. Уртансы малайҙары Морат минең класымда уҡый. Тырыш, тыйнаҡ, әҙәпле, изге күңелле, тәүәккәл малай. Уның дуҫтары ла күп, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, тик призлы урындар ғына яулай. Әйткәндәй, Амираслан, Айгөл Радик ҡыҙын да уҡыттым. Айгөл бик уңған ҡатын. Бәйләм бәйләй, матур итеп һүрәт тә төшөрә, аш-һыу бешереү оҫтаһы. Класс сәғәтенә килеп капкейк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәреп китте. Башҡа сараларҙан да ситтә ҡалмай.