Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Ғинуар 2025, 17:48

Нимәләр сауаплы ғәмәл тип һанала?

Оло, яңғыҙ йәшәгән кешеләрҙең хәлен белегеҙ. Оло кешенең хәлен белеү – бик ҙур сауап.  Сүплеккә ашамлыҡ ташлағанда, ҡырағай хайуандар ашарлыҡ итеп ҡалдырығыҙ. Тағы ла... 

Нимәләр сауаплы ғәмәл тип һанала?Нимәләр сауаплы ғәмәл тип һанала?
Нимәләр сауаплы ғәмәл тип һанала?

Ябай ғына яҡшы ғәмәл, бәләкәй генә изгелек уны ҡабул итеүсенең генә түгел, ҡылыусының да күңелен үҫтерә, тормошона йәм һәм мәғәнә өҫтәй. Һәр ерҙә, һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа яҡшы эш, бәләкәй генә булһа ла матур ғәмәл башҡарырға тырышығыҙ.

* Телефондан шылтыратып хәл белешегеҙ. Бигерәк тә яңғыҙ кешеләрҙең.

* Ишекте асып бер кешене булһа ла индереп, шунан үҙегеҙ инегеҙ.

* Оло, яңғыҙ йәшәгән кешеләрҙең хәлен белегеҙ. Оло кешенең хәлен белеү – бик ҙур сауап.

* Рәхмәт әйтеп, баһалама журналына матур фекерегеҙҙе яҙығыҙ. Яҡшы һүҙҙәр һеҙҙең турала яҡшы фекер ҡалдырасаҡ.

* Ҡан бирегеҙ. Ул һеҙҙең сәләмәтлек өсөн дә файҙалы, кемдеңдер ғүмерен дә һаҡлар.

* Мохтаждарға кейем таратығыҙ.

* Күршеләргә ярҙам итегеҙ.

* Сиратта, автобуста ололарға, сирлеләргә, ауырлы ҡатындарға урын бирегеҙ.

* Сүплеккә ашамлыҡ ташлағанда, ҡырағай хайуандар ашарлыҡ итеп ҡалдырығыҙ.

* Баҡса емештәрегеҙ менән бүлешегеҙ.

* Юлда ятҡан, кешегә зыянлы булырлыҡ әйберҙе сүплеккә илтеп ташлағыҙ.

"Бәхетлеләр календары" китабынан.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина.  

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас