Быйыл 1 ғинуарҙан “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты саралары “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни") буйынса дауам итә.
Туймазы һәм Бәләбәй райондарында Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы трассаһының - 10, Әлшәй районында Стәрлетамаҡ - Раевка юлының - 13,8, Кушнаренко - Саҡмағош - Баҡалы автомобиль юлының - 3,5, М-5 трассаһындағы «Урал» - Шишмә - Аксенов юлының 4,5 километр арауығы норматив хәлгә килтерелгән. Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Әлшәй һәм Шишмә райондарында, Нефтекама - Яңауыл араһында ла юлдар яҡшырҙы.
- Был юлдар иң ҙур транспорт ихтыяжы менән файҙалана. Улар республиканың баш ҡалаһын муниципаль райондарҙың административ үҙәктәре менән тоташтыра, мөһим туристик объекттарға, транспорт, эре сәнәғәт предприятиеларына йәки кластерҙарға алып бара. Шуға күрә уларҙы норматив хәлгә килтереү мөһим ине, - ти Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың терәк юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 3188 саҡрым тәшкил итә. 2025 йыл башына уларҙың 2235 саҡрымы, йәғни терәк селтәрендәге төбәк юлдарының 70,1 проценты нормативтарға тап килә. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткесте 72,5 процентҡа еткереү планлаштырыла.
2025 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» (национальный проект “Инфраструктура для жизни") милли проекты сиктәрендә терәк юл селтәрендә эштәр дауам итәсәк.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25921/
Автор:Аклима Имамова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите