Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
21 Ғинуар 2025, 10:05

Бер йәшлек баланың үлеүендә табип ғәйеплеме?

Сабый остеопат ҡулында һәләк булған.

Бер йәшлек баланың үлеүендә табип ғәйеплеме?Бер йәшлек баланың үлеүендә табип ғәйеплеме?
Бер йәшлек баланың үлеүендә табип ғәйеплеме?

Ҡазанда остеопат ҡабул иткәндә бала вафат була. SHOT хәбәр итеүенсә, кисә кис атаһы улы менән  «Әмирхандағы «Остеопат» шәхси медицина үҙәгенә килә. Балалар белгесе сабый менән эшләй башлағас, баланың хәле насарлана. Урынға «Ашығыс ярҙам» саҡыралар, табиптар сабыйҙы реанимацияларға тырыша, әммә булдыра алмайҙар. Ул атаһының күҙҙе алдында вафат була. Әле үлем сәбәптәре асыҡлана.

Был үҙәктең баһаламаларында  клиенттары остеопатта булғандан һуң хәлдәре насарайыуын, ә «табиптарҙың» береһе  йәнәһе лә, ҡул энергияһы менән дауалап маташыуы хаҡында,  яҙа. Шул уҡ ваҡытта балалар өсөн дауалау массажы сеансына хаҡ  5 мең һумдан башлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:
Читайте нас