Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Ғинуар 2025, 04:58

Бөтә хәүефһеҙлек саралары ҡаралған

Автомобилдәр кондиционер менән йыһазландырылған, алғы креслолар йылытыла. Пассажирҙарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн хәүефһеҙлек мендәрҙәре лә бар.

Бөтә хәүефһеҙлек саралары ҡаралғанБөтә хәүефһеҙлек саралары ҡаралған
Бөтә хәүефһеҙлек саралары ҡаралған

 Былтыр Республика тире-венерология диспансеры автопаркын, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ике Лада Гранта автомобиле тулыландырҙы. Быйылдан башлап был милли проектты “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) дауам итәсәк. Яңы автомобилдәрҙә туғыҙ ай эсендә 800-ҙән ашыу саҡырыу үтәлгән.

 Машиналар пациенттарҙы ташыу, биологик материалдарҙы һәм препараттарҙы илтеү өсөн файҙаланыла. Автомобилдәр кондиционер менән йыһазландырылған, алғы креслолар йылытыла. Пассажирҙарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн хәүефһеҙлек мендәрҙәре лә бар. Тышҡы көҙгөләрҙең асыҡ күрһәтеүен һаҡлау өсөн йылытыу системаһы ҡуйылған.

–2024 йылда автопаркты яңыртыу  медицина ярҙамын ойоштороу мәсьәләләрен оператив хәл итергә ярҙам итте. Был халыҡтың медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙа тағы бер аҙым, –ти диспансерҙың баш табибы Эдуард Камалов.

2025 йыл башынан илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эш башлаған киң ҡоласлы яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был мөһим эшкә 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас