Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Ғинуар 2025, 15:41

Оҙайлы йүтәл йонсотһа...

Ҡышын саҡ ҡына өшөү ҙә тымаулауға, артабан оҙайлы йүтәлгә килтереүе ихтимал. Һеҙҙең иғтибарға халыҡ дауаһы серияһынан бер рецепт. 

Оҙайлы йүтәл йонсотһа...Оҙайлы йүтәл йонсотһа...
Оҙайлы йүтәл йонсотһа...

Ҡышын саҡ ҡына өшөү ҙә тымаулауға, артабан оҙайлы йүтәлгә килтереүе ихтимал. Һеҙҙең иғтибарға халыҡ дауаһы серияһынан бер рецепт. 

Ҡышын саҡ ҡына өшөү ҙә тымаулауға, артабан оҙайлы йүтәлгә килтереүе ихтимал. Һеҙҙең иғтибарға халыҡ дауаһы серияһынан бер рецепт. 

Ҙур ғына бер баш һуған, шул сама һарымһаҡ һәм керән тамыры алына. Барыһын да ит турағыс аша үткәрергә йәки блендерҙа иҙергә. Яҡынса ярты литр ҡатнашма килеп сыға. Шул сама бал ҡушып, яҡшылап болғайбыҙ. Йүтәл ныҡ йонсотҡанда көнөнә өс тапҡыр берәр сәй ҡалағы аш мәлендә ҡабул итергә. Ҡатнашма һыуытҡыста бер йыл боҙолмай һаҡлана ала.

Керән был рецептта мотлаҡ һанала, сөнки ул тын юлдарын, альвеолаларҙы киңәйтә, тын алыуҙы еңелләштерә, астманы иҫкәртә. Әммә ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре, ашҡаҙандың сей яраһы осрағында, шулай уҡ бәләкәй балаларға был рецепт кәңәш ителмәй. Балға аллергияһы булғандар ҙа һаҡ ҡыланырға тейеш. 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү зыян итмәҫ.

Фото: ru.pinterest.com

 

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас