Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
20 Ғинуар 2025, 04:37

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - йылдың тәүге проекты

Хәйбулла йүнселе ниндәй проект тәҡдим иткән?

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - йылдың тәүге проекты«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - йылдың тәүге проекты
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - йылдың тәүге проекты

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы хакимиәтендә быйылғы йылдың тәүге «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үтте. Унда шәхси эшҡыуар Регина Хисаметдинова тәҡдим иткән тәүге инвестиция проектын ҡаранылар. Ул йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә үҙ проектын әүҙем үҫтерә - «Пицца плюс» кафеһы «Бикбау» сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Хәҙер уның кафеһында дүрт хеҙмәткәр эшләй.

Регина эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген киңәйтергә һәм заманса сифат талаптарына һәм стандарттарына тап килгән 46 урынлыҡ яңы йәмәғәт туҡланыуы бинаһын төҙөргә ниәтләй.

Регина Заһит ҡыҙы Хәйбулла районы тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө социаль проекттарға һәм хәйриә акцияларына ярҙам итә. Намыҫлы хеҙмәте һәм Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлығын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн ул 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында ҡалдырырға мөмкин.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан. 

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас