Ҡариҙел районында самбо буйынса ярыштарҙа 100-ләгән ҡатнашыусы йыйылды. Бына инде икенсе йыл рәттән Абыҙ ауылы мәктәбендә ошо мауыҡтырғыс көрәш төрө үткәрелә. Ярыштар "Физик культураны һәм спортты үҫтереү" дәүләт программаһы (государственная программа "Развитие физической культуры и спорта") маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо.
Турнирҙа Өфө ҡалаһынан, Асҡын һәм Ҡариҙел райондарынан командалар ҡатнашты. Урындағы халыҡ һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре сағыу алыштарҙың, рух көрәшенең һәм еңеүгә ынтылыштың шаһиты булды. Һәр сығыш – ул физик көстө һәм күнекмәләрҙе күрһәтеү генә түгел, шулай уҡ тәүәккәллек, ныҡышмалылыҡ һәм яратҡан эшкә тоғролоҡ символы ла.
Ярыштар бик күп сағыу мәлдәр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Иң көслөләр кубоктар һәм бағыусынан бүләктәр алды.
– Абыҙ ауылында, хәҙер Йәштәр биҫтәһендә лә ошо спорт төрө йүнәлешен алыуыбыҙға шатбыҙ. Тренер Айк Левонович ярҙамында балаларыбыҙ физик яҡтан үҫешә һәм төрлө кимәлдәге ярыштарҙа районыбыҙ исеменән сығыш яһай ала. Балалар секцияларҙа ҙур энтузиазм һәм дәрт менән шөғөлләнә һәм ҙур өмөттәр күрһәтә" - тип билдәләне Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.