Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
19 Января 2025, 07:54

Кешегә ауырлыҡтар, һынауҙар бушҡа бирелмәй

Ни өсөн? Ниңә һуң мин? Был һорауҙарҙы беҙ үҙебеҙгәме, Хоҙайғамы бирәбеҙҙер.

Кешегә ауырлыҡтар, һынауҙар бушҡа бирелмәйКешегә ауырлыҡтар, һынауҙар бушҡа бирелмәй
Кешегә ауырлыҡтар, һынауҙар бушҡа бирелмәй

Кешегә ауырлыҡтар, һынауҙар бушҡа бирелмәй. Ни өсөн? Ниңә һуң мин? Был һорауҙарҙы беҙ үҙебеҙгәме, Хоҙайғамы бирәбеҙҙер. Әммә ябай ғына хәҡиҡәтте бер ҙә генә лә аңларға теләмәйбеҙ - кеше үҙ юлынан тайпылһа, яңылыш һуҡмаҡтан атлаһа, һәр аҙымы көскә, ауырлыҡтар аша бирелә. Үҙ-үҙебеҙҙе алдау менәнме ни, бөтә уй-ниәттәребеҙ, хыял-маҡсат, һағыш-ғазаптарыбыҙ бит көҙгө кеүек ялтырап ята Тәңребеҙ алдында. Яратмаған кеше менән тормошон бәйләп, яҙмыш урманында аҙашҡандар әҙме? Йөрәк һәр ваҡыт ысын һөйөү көҫәгәндә күкрәк киреп донъя көтөп буламы ла осоп йөрөп эштәр атҡарып буламы? Китек күңел менән булмай бәхетле балалар үҫтереп. Һуҡмаҡтың башында саҡта бер аҙға ғына туҡтап торорға, ҡабаланмаҫҡа кәрәк булғандыр ҙа бит. Ауырлыҡтар тормош һуҡмағынан яңылыш кешеләр менән йәнәш атлау сәбәпле бер-бер артлы тыуып тора. Яңылыш дуҫтар, яңылыш тормош юлдашы, яңылыш коллегалар... Йән һөйгәнең менән ҡауышып та күңелеңә ятмаған эш һайлаһаң, тормоштоң йәмен тоймай ғына йәшәйһең. Хоҙай һиңә бик күп тапҡырҙар, төрлө юлдар аша ошо хәҡиҡәтте еткерергә маташҡандыр ҙа, ишетмәгәнһең, аңламағанһың, юғалтҡанһың ғүмер ебеңде. Сыбарланып сырмалған төйөндө һүтер өсөн ебеңдең осон эҙлә. Юлыңдың башына әйләнеп ҡайт. Бәлки, һине үҙ һуҡмағың һаман да күҙ талдырып көтәлер. Бәхеткә илтер юлыңды әле яҙғы һыуҙар йыумағандыр, ҡарҙар баҫмағандыр...

https://vk.com/club158369328?w=wall-158369328_619

Автор:
Читайте нас