Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
16 Января 2025, 10:44

Яңы йылда – яңы ғаиләләр

Бөтә донъя аҡлыҡҡа, паклыҡҡа күмелгән мәлдә районыбыҙҙа туйҙар гөрләне. Өфө ҡалаһы ҡыҙы Алина менән Олокүл ауылы егете Айнур Хәмиҙуллиндар никахтарын район мәҙәниәт һарайында тантаналы шарттарҙа рәсми теркәне.

Яңы йылда – яңы ғаиләләрЯңы йылда – яңы ғаиләләр
Яңы йылда – яңы ғаиләләр

Мәҙәниәт йортонда йәштәрҙең ҡыуаныслы ваҡиғалары менән район хакимиәтенең ЗАГС бүлеге хеҙмәткәре Әлиә Хәйҙәрова, туғандары һәм яҡындары ҡотланы. Йәштәргә бик күп матур теләктәр, кәңәш-нәсихәттәр юлланды. Туй тантанаһын район мәҙәниәт һарайы йырсыһы Гөлшат Ильясова моңло йырҙарҙы менән биҙәне. Уның башҡарыуында “Тормош иптәшемә” йыры аҫтында яңы барлыҡҡа килгән ғаилә пары тәүге вальстарын бейене.
- Йәштәр ике йыл бер-береһе менән танышып, осрашып йөрөнөләр. Киленебеҙ улыбыҙҙы армияға оҙатып, матур итеп ҡаршы алды. Уҙған йыл сентябрь айында башҡорт халыҡ йолаларын үтәп, никах үткәрҙек. Туйҙы ла үҙебеҙҙең йолаларҙы башҡарып үтәйбеҙ, киленде бал һәм май ҡаптырып мендәргә төшөрөү, һыу юлы башлатыу һәм башҡа йолалар үтәләсәк, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Айнурҙың әсәһе.
- 2025 йылда Алина һәм Айнур Хәмиҙуллиндар ғаиләһе беренсе булып никахтарын тантаналы шарттарҙа үткәрҙе. Йыл башынан Айрат һәм Руслана, Илгиз һәм Светлана, Роберт һәм Светлана, Федор һәм Викториялар шулай уҡ ҡулдарына законлы никах инеү тураһында таныҡлыҡ алдылар. Йәштәргә парлы ғүмер йылдары, саф мөхәббәт, оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ, - тине ЗАГС бүлеге етәксеһе Елена Ғәбитова.
Яңы ғаиләне тәүге ғаилә байрамдары менән беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ. Ғүмерегеҙ – мөхәббәтле, мөхәббәтегеҙ ғүмерле булһын! Бер-берегеҙгә таяныс булып атлағыҙ тормош юлынан! Атай-әсәйҙәрегеҙ, яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ шаһит булған бәхетле миҙгелегеҙ ҡотло булһын!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас